Ни өсөн? Юҡ, сысҡандан ерәнгәндән түгел, ә ифрат ҡурҡыныс, хатта үлемесле сир йоҡтороу ихтималлығы булыуҙан! Икенсенән, ырымдарға ышаныуҙың да оло гонаһ икәнлеге хаҡында пәйғәмбәребеҙҙән риүәйәт барлығын һуңғараҡ ҡына белдем. Боронғо заманда аҙыҡ-түлек наҡыҫ булғанлыҡтан да килеп сыҡҡандыр инде был юрау…
Куйбышевта хәрби-медицина факультетында уҡыған саҡта сығышы Әбйәлил районынан булған бер курсташым ана шул сир менән ауырып китте. Йәйге каникул мәлендә ауылында йоҡтороп алып килгән, тинеләр. Бик ауыр хәлдә округ госпиталенең реанимация бүлегендә дауаланып (хатта «яһалма бөйөр» аппараты ҡулландылар уға), көскә төҙәлеп китте. Был инфекциянан үлем осрағы йышлығын белгән булараҡ, беҙ, курсанттар (буласаҡ хәрби табиптар), хатта был иптәшебеҙҙе юғалтып ҡуйыуҙан ныҡ ҡына ҡурҡҡайныҡ та…
Сысҡан биҙгәге тип аталған был йоғошло сир әлеге көндә Башҡортостанда, айырыуса Урал аръяғы райондарында, киң таралған (башта иҫкә алған дуҫым йәшәгән Әбйәлил дә тап ана шул биләмәгә тап килә). Сысҡан биҙгәге (мышиная лихорадка) медицинала «Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк» тип йөрөтөлә. Был сир ҡыр сысҡанынан ғына түгел, башҡа төр кимереүселәр аша таралыуы ла мөмкин. Ауырыуҙы йоҡтороусылар ауыл ерендә күберәк. Инфекция эләктереү осраҡтарының иң көсәйгән сағы йәй башына һәм көҙҙөң октябрь айына тура килә, әммә өй шарттарында йыл әйләнәһенә лә булыуы мөмкин. Эпидемик миҙгелдең йәй башында кешеләр ҡырҙа эшләй башлауы һәм көҙ уңыш йыйыу осорона тап килгәнлеге аңлашылып тора. Шулай уҡ көндәр һыуына башлау менән сысҡан-маҙар йылы урын эҙләп, кеше торлағына килеп оялаусан. Шуға күрәлер ҙә көҙ урталарында бындай ауырыуҙың йышайыуы күҙәтелә. Сысҡандарҙың шайығы тейгән (әлеге кимерелгән аҙыҡ) ашамлыҡты ҡулланыу, уларҙың оло һәм кесе ярауы һеңгән туҙан менән һулау аша йоға был сир.
Кеше организмының иммун системаһы бында ҙур ғына роль уйнай. Иммунитеты көсһөҙ булғандар, әлбиттә, тиҙ генә бирешә һала. Ауырыу киҫкен рәүештә башлана. Тән температураһының кинәт кенә 38 – 40 градусҡа етеүе, шул уҡ ваҡытта өшөп ҡалтыраныу, баш, арҡа, бил ауыртыу, күҙҙәрҙең күреүе насарайып көңгөртләнеүе, яҡтылыҡтан ҡурҡыу, күҙ алдында «селтәр» тороуы һымаҡ симптомдар булыуы кешене ошо ҡурҡыныс сир хаҡында уйланыуға этәрергә тейеш. Уҡшытыу, йыш (хатта ҡан ҡатыш) ҡоҫоу, танау ҡанауы, эсәк буйына ҡан эләгеү сәбәпле, оло ярауҙың дегет төҫөнә инеп ҡарайыуы ла күҙәтелә шул саҡта. Сысҡан тейгән әйберҙе йә аҙыҡты тотҡан, ҡулланған кешегә, иң беренсе нәүбәттә, бына ошо сир хаҡында иҫләү мотлаҡ. Ғәҙәттә, табиптар: «Өйөгөҙҙә, баҡсағыҙҙа сысҡан бармы?» – тигән һымаҡ һорау биреүсән. Барыһын да әйтергә кәрәк.
Бит остары, муйын, күкрәк ситлегенең өҫкө өлөшө алһыуланып тороуы, күҙ алмалары ҡыҙарыуы ла бына ошо хаҡта уйландырырға тейеш. Ә инде тәндә, айырыуса ҡултыҡ аҫтарында ҡан һауған нөктәләрҙең күренә башлауы, бил ауыртыуҙар был сирҙең артабанғы көсәйә барыуына ишара. Башланғыс ошо мәл бер нисә көнгә һуҙылыуы мөмкин. Шунан бер аҙ ғына ауырыуҙың хәле еңеләйеп ҡалған һымаҡ та булыуы ихтимал. Әммә тынысланырға ярамай, был сирҙең киләһе (олигурия) стадияһына күсеүе генә. Олигурия – һейҙек әҙәйеүе. Уның хатта бөтөнләйгә туҡталыуы ла (анурия) мөмкин. Бөйөр капиллярҙары стенкаһы зарарланыу сәбәпле, һейҙек бүленеп сығыу процесы боҙолоуы – ифрат та етди симптом! Шулай уҡ ағзаларҙың ваҡ ҡан тамырҙары зарарланыуы йыш ҡына мейегә, йөрәккә, бөйөрҙәргә һәм башҡа органдарға ҡан һауыуға килтерә. Ошо стадияла сирленең хәле ифрат та ауырлаша.
Дауаханаға бармай, өй шарттарында ауырығандарҙың үлем осрағы кимәле 15 процентҡа барып етә. Шунлыҡтан сирләп китеү менән мөмкин тиклем иртәрәк табипҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Бөйөр эшмәкәрлеге насарайған (йә бөтөнләйгә туҡталған) осраҡта стационар шарттарында гемодиализ («яһалма бөйөр» аппараты ярҙамында ҡанды таҙартыу), һәр төрлө инфузион терапия (вена тамырына кәрәкле матдәләр ҡойоу) ысулдары ҡулланып, кешене тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бар.
Баҡсала, ауыл өйҙәрендә кимереүселәргә ҡаршы көрәш (дератизация), шәхси гигиена талаптарын үтәү (аҙыҡ-түлекте сысҡан инмәҫлек герметик һауыттарҙа һаҡлау, кимереүселәр йөрөгән урындарҙа дезинфекция үткәреү, улар тейгән ашамлыҡтарҙы ташлау йә иһә ҡайнар һыу менән сайҡатыу) бына ошо ҡурҡыныс ауырыуҙан һаҡланырға булышлыҡ итер. Был мәсьәләләр буйынса санитар-эпидемиология хеҙмәткәрҙәренә барып, консультация алыу хәйерле.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.
Фото: yandex.ru.