Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
14 Апрель 2025, 15:42

Беренсе ярҙам күрһәтә беләһеңме?

Дауахана, поликлиникаларҙағы санбюллетендәрҙә әленән-әле һәр төрлө сирҙәр хаҡында яҙылып торған мәғлүмәттәргә, шулай уҡ бәғзе ваҡыт әҙәм балаһы юлыҡҡан киҫкен осраҡтарҙа тәүге ярҙам алымдарын өйрәтеүсе телетапшырыуҙарға иғтибар итеүселәр һирәк. Ни өсөндөр күптәр быны медицина хеҙмәткәрҙәре генә белергә тейеш тип һанай. Бер ҙә улай түгел!

Беренсе ярҙам күрһәтә беләһеңме?
Беренсе ярҙам күрһәтә беләһеңме?

Бөгөнгө һүҙем һәр төрлө йәрәхәт алған яҡыныңа тәүге ярҙам күрһәтә белеүҙең мөһимлеге тураһында. Өйҙә, көндәлек тормошта, мәктәптә, йә булмаһа, юлда һөйәк һыныу, тәндең йәрәхәтләнеү осраҡтары булыуы ихтимал. Һуңғы йылдарҙа, айырыуса һәммәбеҙҙең тормошо транспорт менән бәйле булған осорҙа, ошо хаҡта иң ябай ғына кимәлдә булһа ла белем алыу һәр кемгә лә кәрәк. Бына шундай осраҡтарҙа, ғәҙәттә, күптәр ҡаушап ҡалыусан. Һәр саҡ ашығыс ярҙам хеҙмәттәре яҡында ғына ла булып тормай...
Тәүге һүҙем – һөйәк һыныу хаҡында. Бындай осраҡта дөрөҫ итеп тәүге ярҙам күрһәтелмәһә, зыян күреүсе кешенең тәнендә һәр төрлө етди өҙлөгөүҙәр (осложнение) булыу ихтималлығы арта. Ана шуларҙың иң ҡурҡынысы – йәрәхәттән шаңҡыу (травматический шок). Икенсе төрлө итеп әйткәндә, ныҡ ауыртыу тәьҫирендә, кешенең ҡан баҫымы кинәт кенә төшөп, уның тәненең йәшәү өсөн мөһим системалары сафтан сыға. Ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта бындай хәлдән кешенең кинәт кенә үлеп китеүе лә мөмкин. Иң үкенеслеһе, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең белдекһеҙлеге арҡаһында зыян күреүсе яҡынын үҙҙәре үк шаңҡыу хәленә индереүе лә бар. Тиҙерәк дауаханаға илтеү маҡсаты менән ҡабаланып (әлбиттә, яҡшы ниәттән), уны-быны уйламай, аяҡ-ҡулынан һөйрәкләп, нисек етте – шулай машинаға һалып алып китеү яғын ҡарай улар. Улай ғына ла түгел, бәғзеләр нәҡ кинофильмдарҙа күрһәткән һымаҡ, зыян күреүсенең аяғынан, ҡулынан тартҡылай башлай (йәнәһе, сыҡҡан быуынды урынына ултырта). Бына шул мәлдә түҙеп торғоһоҙ ауыртыу арҡаһында кеше әлеге шаңҡыу хәленә инеп китеүе мөмкин. Шуға күрә йәрәхәт алғандарға иң беренсе ярҙам уның ауыртыуын кәметеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Кемдеңдер янында анальгин һымаҡ дарыу бар икән, шуны биреү мөһим. Икенсе эш – һынған урынды хәрәкәтһеҙләндереү (иммобилизация). Бының өсөн яҡында таҡта киҫәге, ҡалын фанерамы, әгәр инде ул булмаһа, нәҙегерәк сыбыҡ-сабыҡ йыйып (мөмкин тиклем оҙонораҡ итеп), улар­ҙан һепертке һымағыраҡ нәмә әтмәлләп һынған урынға ҡуша бәйләп ҡуйыу кәрәк. Һынған аяҡтан кейемен һалдырыу йә итек-маҙарын систерергә маташыу һис кенә лә ярамай, сөнки бындай ғәмәлдәр өҫтәлмә ауыртыуҙарға ғына килтерәсәк. Ошоларҙы үтәп бөткәндән һуң зыян күреүсене бик һаҡ ҡына ҡаты нәмә өҫтөнә һалып, дауаханаға оҙатыу кәрәк. Мин, әлбиттә, бармаҡ һыныу һымаҡ ябай осраҡтарҙы күҙ уңында тотманым.
Аяҡтарҙың бот (бедро), балтыр (голень) һөйәктәре, беләк, таз һәм бил һыныу осраҡтары айырыуса ҡурҡыныс. Йылына бер мәртәбә тәртешкә лә атыуы мөмкин, тигән әйтем дә йөрөй бит әле халыҡта. Дөрөҫ итеп дауаханаға оҙатмау ифрат та үткер булған һөйәк ярсыҡтарының яҡында урынлашҡан нерв һәм ҡан тамырҙарын йәрәхәтләүгә килтереүе бар. Бына шуны ла күҙ уңында тотоу кәрәк. Әгәр һынған урында йәрәхәт бар икән (медицинала «асыҡ һыныу» тип атала), яраға инфекция эләкмәһен өсөн был урынды бинт йә булмаһа берәй таҙа сепрәк менән бәйләп ҡуйыу зарур.
Киләһе мәсьәлә ҡан тамырҙары йәрәхәтләнеүгә ҡағыла. Шундай бәлә-ҡазаға тарып, тормошта кешеләрҙең күп ҡан юғалтыу осраҡтары ла булғылап тора. Ҡулда булһынмы ул, аяҡтамы, артерия тамыры йәрәхәтләнеүе айырыуса хәүефле. Тамыр, әллә ни ныҡ йыуан да булмауына ҡарамаҫтан, кеше организмындағы ғәйәт ҡеүәтле һурҙыр­ғыс функцияһын үтәп торған йөрәктән туранан-тура килгән артерия ҡаны унан ифрат ҙур баҫым менән сыға. Шуға күрә бындай яра үҙ аллы ҡап­лана алмай, бик тиҙ арала күп ҡан юғалтыуға, һөҙөмтәлә, кешенең үлеменә килтереүе мөмкин. Ошо осраҡта иң тәүге ярҙам – һис кисектермәй яранан бер аҙ ғына үрҙәрәк урынға дөрөҫ кенә итеп жгут һалыу (быуыу). Уны яланғас тәнгә түгел, ә кейем аша йәиһә сепрәк һымаҡ йомшаҡ нәмә өҫтөнән һалыу мотлаҡ. Бында ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Оҙаҡ ҡан бармау сәбәпле, жгут аҫтындағы аяҡты (йә ҡулды) бөтөнләйгә юғалтыу ихтималлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Шунлыҡтан табиптарға тулыраҡ мәғлүмәт булһын өсөн жгут һалынған ваҡытты минутына ҡәҙәр күрһәтеп, яҙыу ҡыҫтырып ҡуйыу ҙа кәрәк. Автомобиль аптечкаһында махсус яһалған резина жгут була. Уны, әлбиттә, ниндәй бул­һа ла башҡа берәй бау (арҡан, билбау) алыштыра ала. Әммә тимер сыбыҡ, ботинка шнуры һымаҡ нәҙек бауҙар ҡулланыу ярамай. Сөнки улар нерв ептәрен һығып, аяҡ-ҡулды бөтөнләйгә эшлектән сығарыуы бар.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яу яланында тейешле беренсе ярҙам күр­һәтелеп, медсанбатҡа алып килгән яугирҙарҙың һикһән процентҡа яҡын өлөшө йүнәлеп, уларҙың ҡабаттан һуғышҡа ебәрелеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Кеше организмы тыныс шарттарҙа ла бына шундай ашығыс ярҙамға мохтаж булған осраҡтар күп. Балаларға мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәтеүҙәре бик яҡшы. Ана шул дәрестәрҙә уларға (айырыуса аяҡ-ҡулдарға шиналар, жгуттар һалыу буйынса) йышыраҡ практик дәрестәр үткәреү ҙә мөһим.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы медицина подполковнигы.
Сибай ҡалаһы.

 

Фото: yandex.ru.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас