Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
27 Июнь 2025, 09:48

Столбняк хаҡында беләбеҙме?

Ҡәҙерле уҡыусылар, һәр бәләкәй балаға өс айынан уҡ яһала башлаған АКДС, АДС тип аталған прививкалар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Коклюш, дифтерия, столбняк тип аталған ғәйәт хәүефле шул сирҙәргә ҡаршы яһала торған анатоксин ул. Бөгөнгө һүҙем столбняк хаҡында.

Столбняк хаҡында беләбеҙме?
Столбняк хаҡында беләбеҙме?

Ниндәйҙер булһа берәй тән яраһы алған кешегә ана шул сирҙән «сыворотка» яһау­ҙары хаҡында ла йыш ҡына ишеткеләйбеҙ. Азия, Африка һәм Латин Америка илдәрендә мотлаҡ прививка яһау ҡанундары булмау сәбәпле, ҡайһы бер статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, был сир менән яфаланыусылар һаны йылына миллионға ла барып еткеләй. Столбняк ауырыуы арҡаһында үлем күрһәткесе бик юғары – яҡынса 40 – 78 процент. Беҙҙә һирәк осраған өсөндөр ҙә был сирҙең ҡур­ҡыныслы, йыш осраҡта үлемесле булыуы хаҡында белмәгәндәр бихисап. Шуға күрә лә уға әллә ни әһәмиәт тә биреп бармай­ҙар. Белеп ҡуйығыҙ: Рәсәйҙә лә был ауырыу менән йыл һайын яҡынса 30 – 35 ке­ше сирләп тора. Ә бит дөрөҫөн генә әйтеү кәрәк, был ҡурҡыныс һәммәбеҙгә яҡын ғына йөрөй.
Столбнякты тыуҙырыусы микроб башлыса эре мөгөҙлө хайуандарҙың эсәгендә йәшәй (уларҙың аш эшкәртеү трактының нормаль микрофлораһы булып һанала). Башҡа һөтимәр хайуандарҙың, хатта кеше эсендә лә уларҙың булыуы ихтимал, әммә эсәктәге был микробтар ауырыу тыу­ҙырмай. Оло ярау менән сығарып ташланғас, спораға әйләнә һәм ана шул хәлдә тупраҡта оҙаҡ йылдар буйы һаҡлана. Ниндәйҙер уңай шарттарға килеп инеү менән, «көпөһө»нән сығып, үҫә лә башлай. Кеше йә хайуан яраһына барып эләгеү улар өсөн иң ҡулайлы шарт тип һанала. Һуғыш мәлдәрендә һалдаттарҙың тәнен тупраҡ ҡатыш пуля, мина һәм снаряд ярсыҡтары йәрәхәтләү арҡаһында был сирҙең йышайыуы һәр саҡ күҙәтелгән. Столбняк беҙҙең эраға тиклем үк билдәле булған. Иң тәүгеләрҙән уның клиник картинаһы Гиппократ тарафынан тасуирлап әйтеп ҡалдырылған. Табиптың улы ана шул сир­ҙән үлгән булған икән.
Был ауырыуҙы «ялан аяҡтар сире» тип тә атайҙар. Ябыҡ, әммә тәрән яра алыу (энә йә ҡаҙау менән йәрәхәтләнеү) айырыуса хәүефле, сөнки был сирҙе барлыҡҡа килтереүсе микрофлора – «анаэроб», йәғни яраға кислород инмәгән шарттарҙа үҫеүсән.
Столбняк тыуҙырыусы микроб яраға килеп эләгеп үрсей һәм үҙҙәренең токсиндарын бүлеп сығара ла башлай. Был нейротоксиндар ҡан һәм лимфа тамыр­ҙары, нерв епсәләре буйлап арҡа, баш мейеһенә үтеп инә һәм нерв күҙәнәктәрен эшлектән сығара. Шунлыҡтан аяҡ-ҡул, арҡа мускулатураһының, шулай уҡ тын алыуҙы тәьмин итеп тороусы «шаршау» (диафрагма) иттәрҙең тәртипһеҙ, йәғни оҙайлы рәүештә тартыша (ҡороша) башлауына килтерә. «Бөгөүсе» (сгибательный) һәм «яҙыусы» (разгибательный) мускулатура бер юлы тартылып, хатта умыртҡа һөйәген һындырыуы ла мөмкин. Тын алдырыусы диафрагма ите тартышыу сәбәпле, «һыны ҡатып», тын алышы туҡтап, кеше кинәт кенә үлеп китеүе лә ихтимал. Шул арҡала йөрәк мускулатураһы эшмәкәрлегенең ҡапыл ғына туҡталып ҡалыуы бар.
Столбняк, ғәҙәттә, яра алғандан һуң 5 – 14 көндән башлана. Баш ауыртыуы һәм кешенең тынысһыҙлана башлауы иң тәүге симптомдарҙың береһе булыуы мөмкин. Яраға яҡын булған урындағы иттәрҙең (мускулатураның) унда-бында тартыша башлауы ла ошо ауырыу хаҡында уйланыуға этәрергә тейеш, айырыуса әгәр яра тупраҡта бысранған, шулай уҡ кеше столбняктан прививка яһатмаған булһа… Ғәҙәттә, кешенең тештәре шығыр­ҙап, сәйнәй торған мускулатураһы тартыша башлай. Шулай уҡ мимика иттәре ҡорошоп, ауырыуҙың бите бер үк ваҡытта илауға һәм көлөүгә лә оҡшаш булып ҡала. Йотоу, оло һәм кесе ярау итеү процесы ла ауырлаша. Елкә, арҡа мускулатураһының тартышыуы сәбәпле, кешенең ғәйәт ныҡ «аңҡайып», артҡа ҡарай бөгөлөп китеүе ауырыуҙың артабан көсәйеүенә ишара. Был сирҙең атамаһы ла «столб» (бағана) һүҙенән килеп сыҡҡан. Эс мускулатураһы «ҡатыу» сәбәпле, ауырыуҙың ҡор­һаҡ тапҡыры таҡтаға оҡшап ҡалыуы бар. Бындай симптом ябыҡ кешеләрҙә айырыуса ныҡ беленеүсән.
Бына ошо хәлгә барып етмәҫ өсөн мотлаҡ медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итеү кәрәк. Сөнки столбняҡ сире һәр саҡ бик етди, уның еңел формаһы булмай. «Үтер әле», – тип өйҙә ятыу күрәләтә һәләкәткә барыуға тиң. Әгәр кеше инде сирләй башлаған бул­һа, хатта дауаханаға килеп еткән осраҡтарҙа ла уны дауалау ифрат та ҡатмарлы. Ауырыусыны ваҡытында күр­һәтелгән медицина ярҙамы ғына үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыуы мөмкин.
Тормош булғас, кемдер әйтмешләй, барыһы ла булыуы ихтимал. Бер кемебеҙ ҙә һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан ситтә ҡала алмайбыҙ. Бәғзе ваҡыт аңғармаҫтан яраланып та китәһең. Беҙҙең, ябай кешеләр­ҙең, эше – был сир хаҡында белеү, уны һәр саҡ иҫтә тотоу һәм үҙ ваҡытында дауаланыу. Ауыл хужалығында эшләүсе, малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ менән шөғөл итеүселәр айырыуса ошо хаҡта белергә тейеш. Баҡсала эшләгәндә ялан аяҡ йөрөү хәүефле. Яңылыш берәй тимер сым йә иһә ҡаҙауға баҫып, аяғыңды яралаһаң, быға битараф булып ҡалыу һис кенә лә ярамай. Шунда уҡ дауаханаға барып ашығыс саралар күреү кәрәк. Поликлиникала столбнякка ҡаршы махсус сыворотка, донор гамма-глобулины һәр саҡ була. Шулар ярҙамында әүҙем иммунизация яһатып, әмәлен күреү ошо хәүефле сирҙән ҡотолорға ярҙам итер.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

 

Фото: yandex.ru.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас