Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
3 Октябрь 2025, 12:33

Ҡотороҡ сире хәүефле!

...Ә кешенең айы­рыу­са һыуҙан ҡур­ҡа башлауы – был ауырыуҙың специфик билдәһе. Шуға күрә был сирҙе «гидрофобия», йәғни «һыу­ҙан ҡурҡыу» тип тә атай­ҙар. Берәй һауытҡа һыу һал­ған тыуышты ишетеү йә һыуҙы күреү, хатта «һыу» тигән һүҙҙе ишетеү генә лә кешенең аяҡ-ҡулдары тартыша башлауына килтереүе ихтимал. Бынан тыш, ауырыу йоҡтороусы артыҡ күп һөйләшеүсән була, ауыҙынан бер туҡтауһыҙ шайыҡ бүленеп сыға.

Ҡотороҡ сире хәүефле!
Ҡотороҡ сире хәүефле!

Һуңғы осорҙары илебеҙҙә күбәйеп киткән берәҙәк эттәр һәм бесәй-ҙәр йыш ҡына ҡурҡыныс та тыу­ҙыра. Берәүҙәр был мәхлүктәр­ҙең әҙәм балаһына зыяны хаҡында һүҙ алып барһа, икенселәр йәлләп, улар­ҙың да йәшәргә хоҡуҡтары булыуы, бахыр­ҡайҙарға кешеләрсә мөнәсәбәт тейешлеген белдерә.
Эт менән бесәй­ҙәрҙең зыяны хаҡында уйлай башлаһаң, әлбиттә, иң башта уларҙың кешеләргә, мал-тыуарға һәр төрлө йоғошло сирҙәр таратыу ихтималлығын күҙ уңында тотоу кәрәк. Һөнәрем буйынса табип булараҡ, башлыса ошо юҫыҡта һүҙ йөрөтөп алмаҡсымын. Эт һәм бесәйҙәр аша күсә торған эхинококк, әйләнсек ауырыу­ҙары, эсәк эсендә үҫкән ҡыл­йыландар хаҡында ла күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Уларҙың ауыл малдарына ғына түгел, кешеләргә лә йоғоу ихтималлығын онотмайыҡ. Ярай, әҙәм балаһы өсөн был сирҙәр хәүефле булһа ла, үлемесле түгел, тип ҡарайыҡ…
Әммә бөгөн, ҡәҙерле балалар, ана шул хайуандарға бәйле бул­ған ғәйәт ҡурҡыныс бер ауырыу хаҡында һүҙ алып бармаҡсы булам. Ҡотороҡ сире. Уның тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр, тик күптәр был хаҡта яҡшы белеп етмәй. Ҡотороҡ менән сирләгән эт йә бесәйҙең баш мейеһендә булған үҙгәрештәр уларҙы айырыуса агрессив яһай, һөҙөмтәлә, бер-береһен тешләшеп, үҙ-ара шул ауырыуҙы тарата ла башлайҙар. Ә иң ҡурҡынысы – бына шундай хайуандар тарафынан кеше тешләнеү ихтималлығы! Төлкө, бүре һымаҡ ҡыр йәнлектәре аша ла килә был сир. Әммә кешегә эт менән бесәйҙән дә ҡурҡыныс янай.
Ҡотороҡ сире – баш мейеһен зарарлай торған нейротроп вирус булдырған йоғошло ауырыу. Ҡоторған эт йә бесәй тешләгән яра аша вирус ҡанға үтеп инә һәм 40 көн тирәһе үҙен әллә ни белгертмәүе мөмкин. Шул ваҡыт үткәс, кеше тиҙ арыусанлыҡ, кәйеф төшөнкөлөгө тоя, һаташа башлай. Тешләнгән яра уңалып бөтөүенә лә ҡарамаҫтан, уның йөйө әсеттереп һыҙлауы күҙәтелә.
Ауырыу башланғас, уның ике стадияһын айыралар. Беренсеһе – ярһыулыҡ, икенсеһе – фалиж һуғыу.
Беренсе стадияла тын алыуы ауырлаша, кешегә һауа етмәй. Ул шулай һәр бер тауышҡа йә яҡтылыҡҡа тертләүсәнгә әйләнә. Ә кешенең айы­рыу­са һыуҙан ҡур­ҡа башлауы – был ауырыуҙың специфик билдәһе. Шуға күрә был сирҙе «гидрофобия», йәғни «һыу­ҙан ҡурҡыу» тип тә атай­ҙар. Берәй һауытҡа һыу һал­ған тыуышты ишетеү йә һыуҙы күреү, хатта «һыу» тигән һүҙҙе ишетеү генә лә кешенең аяҡ-ҡулдары тартыша башлауына килтереүе ихтимал. Бынан тыш, ауырыу йоҡтороусы артыҡ күп һөйләшеүсән була, ауыҙынан бер туҡтауһыҙ шайыҡ бүленеп сыға. Ғәйәт агрессив булып киткән был сирле кешенең башҡаларҙы тешләгеһе килә башлай. Медицина институтында уҡыған саҡта ошо турала һөйләгән профессорҙың лекцияһы бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ауырыу кеше үҙенең шундай түҙеп торғоһоҙ теләге булыуы хаҡында тирә-йүндәгеләргә белдертә икән. Уның ҡолағына төрлө ҡурҡыныс тауыштар ишетелә йә күҙенә ҡурҡыныс нәмәләр күренә.
Шундай симптомдарға бай бул­ған тәүге стадияһы әллә ни оҙаҡ бармай, ғәҙәттә, бер аҙнаға тиклем һуҙыла. Ә инде икенсе, йәғни фалиж һуғыу стадияһына барып еткән сирле кеше артабан өс-дүрт көндән дә артыҡ йәшәй алмай. Әммә ҡоторған эт йәки бесәйҙән яраланғас та, һис кисекмәҫтән, табиптарға мөрәжәғәт итеп, ваҡытында вакцинация яһатыу әҙәм балаһын үлемдән ҡотҡара.
Бала сағымдағы бер ваҡиға иҫемдә ҡалған. Көпә-көндөҙ ауыл ситендә бер төлкө йөрөп ятҡанын күреп ҡалдыҡ. Бер малай үҙҙәренең ихатаһында бәйле тор­ған этен ысҡындырып алып сығып, әлеге йырҡысҡа һөсләтте. Ул төлкөнө эҙәрлекләй башланы, ә беҙ улар артынан йүгерәбеҙ. Ниһайәт, эт тегене ҡыуып етте һәм бер аҙ тешләшеп, һуғышып алғандан һуң ҡорбанын үлтерҙе. Беҙ ҡыуанған булдыҡ. Тик күпмелер ваҡыттан бәйле торған был эт, ауыҙынан шайыҡтары ҡойолоп, сирләп китте. Аҙаҡ инде үлеп тә ҡуйҙы. Ярай әле был эт бәйле торған, бер кемде лә тешләмәгән. Ә бәйһеҙ булһа… ҙур бәлә көтә ине. Ҡоторған төлкөнөң ауырыуын йоҡтороп, шул сәбәпле үлде, тип һөйләнелер һуңынан.
Шуға күрә лә төлкө йә бүре һымаҡ ҡырағай йәнлек ауыл тирәһендә күренеп ҡалыу менән уларҙың тигенгә генә яҡында йөрөмәүе хаҡында уйлау кәрәк. Үҙҙәрен адекват тотмаған был йыртҡыстарҙың «башы эшләмәүе», йәғни ҡоторған булыу ихтималлығын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Уларға эт һөсләтеү һис кенә лә кәрәкмәй. Юғиһә, ҡорбаны менән тешләшкән арала «алабай»ың ҡурҡыныс сирҙе йоҡтороп өлгөрәсәк. Шуның өсөн дә, иң беренсе нәүбәттә, йыртҡысты зарарһыҙландырыу мотлаҡлығын иҫтә тотоп, был хаҡта ауылдағы ҡораллы кешеләргә – һунарсы йә полиция хеҙмәткәренә хәбәр итеү кәрәк. Ауыҙынан шайыҡ ҡойолоп тор­ған, үҙен агрессив тотҡан берәй этте күреү менән дә шунда уҡ был турала ололарға әйтеү мотлаҡ. Ғәҙәттә, күп кенә балалар урамда ниндәйҙер бер этте йә бесәйҙе күреү менән, уға яҡын барып, һыйпай ҙа башлай. Был хәүефле!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләһи үә сәлләм өй эсендә бесәй тоторға рөхсәт иткән, әммә этте ҡәтғи тыйған. Ул булған өйгә фәрештәләр инмәүе хаҡында ла әйткән. Ә тышта йорт һаҡлаусы йә башҡа төр эштәргә яраҡлы эттәрҙе тотоуҙы шәриғәт тыймай. Ошо хаҡта ла балалар белеп үҫһен ине.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, отставкалағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас