Билли Лос-Анджелеста сәнғәт кешеләре ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә уҡымай, белемде өйҙә ала. Уның ҡарауы, 8 йәшенән балалар хорында йырлай. Ә 11 йәшенән үҙе яҙған йырҙарҙы башҡара. Бейеү менән дә шөғөлләнә, тик 2016 йылда йәрәхәтләнеп, ташларға мәжбүр була. 17 йәшлек йырсының интернеттағы яҙмаларын миллиондарса кеше ҡарай. Популярлығы көндән-көн арта. Тиҙҙән гостролдәр менән Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка ла киләсәк. Уның концерттарына йығылып ятып билет алалар...
Нимә тураһында йырлаймы? Интернетта текстарының руссаға тәржемәләре лә бар. Ҡыйыҡ башы, үлем тураһындағыларын уҡып, эс бошто... Кейеме һуң: күбеһе тоҡ кеүек. Йырлағанда бер ҙә йылмаймай, унан күңел төшөнкөлөгө бөркөлгәндәй. Ә фанаттарын бик ярата Билли, сығыштары ваҡытында ла, осрашҡанда ла улар менән ҡосаҡлаша, иғтибарын йәлләмәй.
Балаларығыҙ, Билли Айлиш исеме менән бәйле кейем-һалым таптыра башлаһа (улар һатыла башлаған), нимә тиерһегеҙ, атай-әсәйҙәр? Кеше кемгәлер шул тиклем табынмаһын ул, шулай бит?