– Нисәнсе йыл шөғөлләнәһең?
– О-о! Үҙең нисәнсе синыфта уҡыйһың һуң?
– Улай булғас, мәктәпкә барғансы уҡ йөрөй башлағанһың?
– Ә ҡайһы мәктәптә белем алаһың?
– Аҙнаһына нисә тапҡыр шөғөлләнәһегеҙ?
– Бер сәғәт тә ун биш минут.
– Нисәлә йоҡонан тораһың?
– «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсылары араһынан кемдең уйыны нығыраҡ оҡшай?
– Үҙең дә киләсәктә уның кеүек оҫта булырһың әле. Исем-фамилияңды киләсәктә гәзит биттәрендә күрергә яҙһын, – тигән булам.
– Рәхмәт, – тип баҫалҡы ғына йылмайҙы ла буш урынға барып ултырҙы үҙен Макар Сергеев тип таныштырған үҫмер.
Ул арала «Аграр университеты» туҡталышына килеп еттек. Троллейбусҡа байтаҡ кешеләр менән бергә бер өлкән йәштәге инәй ҙә инде. Кондукторға «Алға» картаһын бирҙе. Ә тегеһе:
– Бында һеҙҙең аҡсағыҙ етмәй, 15 һум ғына, – тине.
Инәй нимәлер аңлатырға тырышты. Тик кондуктор һаман үҙенекен ҡабатланы:
– Бына бит, аппарат чек сығарҙы, 15 һум тигән, картағыҙҙа аҡсағыҙ бөткән. Сығығыҙ троллейбустан.
– Улайһа, асығыҙ ишегегеҙҙе, – тине.
Инәй ишеккә табан ҡуҙғалғайны ғына әлеге хоккейсы малай тиҙ генә урынынан тороп, кондукторға үҙенең картаһын бирҙе лә:
– Бына минең картанан алығыҙ уға юл хаҡын, – тине.
– Кәрәкмәҫ ине, – тигән булды. – Рәхмәт инде, балаҡай...
Троллейбус эсендә ултырған күпме оло кешенең башына ла инмәгән изге эште ошо бишенсе синыфта ғына уҡыған үҫмер малай башҡарҙы. «Һуң, беҙ ҙә шуны эшләй ала инек бит», – тип уйлағандыр, бәлки, шул саҡ битараф ҡалған өлкәндәр. Әммә... уларға өлгө күрһәтте Макар Сергеев исемле йәш хоккейсы. Уның был ҡылығы тәрбиәле ғаиләлә үҫкәнлеген дә күрһәтте. Афарин, Макар! Спортта ла шулай ғәҙел бул. Киләсәктә һиңә ҙур уңыштар, еңеүҙәр кисерергә яҙһын. Балаларына бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уятып, мәктәпкә барғансы уҡ, 5 йәштән, хоккейға йөрөткән, әллә күпме кәрәкле кейемдәрен алған (хоккейҙы бик ҡиммәт спорт төрө тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр) ата-әсәһенә лә рәхмәт әйтмәй мөмкин түгел. Балаларына ҡарата булған иғтибарҙары яуапһыҙ ҡалмаҫ, иншалла.
...Макар арыған ине. Күҙҙәре йомолоп-йомолоп ала. Йыш ҡына иҫнәп тә ҡуя.
Туҡталышын үтеп китмәҫ өсөн тәҙрәгә ҡарап-ҡарап ала. Минән алда төшөп ҡалды ул. Ҡулына сәкән тотҡан, кейемдәре, тимераяҡтары һалынған ауыр сумкаһын һөйрәп киткән малай артынан һоҡланып ҡарап ҡалдым. Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Макар Сергеев! Киләсәктә уның менән осрашырһығыҙ әле! Амин, шулай булһын!