+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Таныш булығыҙ
9 Апреля 2021, 05:44

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Сәхнә түрендә буйсан егет шиғыр һөйләй... Һүҙҙәре, гүйә, електәргә үтеп инә.


Әле Темәс мәктәбенең X синыфында ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, оҫта оратор һәләттәренә эйә Юлдаш Мусин шулай күңел сөңгөлдәрен айҡар шиғырҙар яҙа. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгән егет бар ижади сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Шиғырҙары «Йәншишмә», «Баймакский вестник» гәзиттәрендә, «Аманат» журналында баҫылып сыға. Шулай уҡ Баймаҡ телевидениеһы тарафынан үткәрелгән «Рух ҡошо» проектында ҡатнашып, «Сәсәнлек традицияларын дауам итеүсе» номинацияһына лайыҡ була. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге һәм журналистар союзы, «Һаҡмар» гәзите тарафынан үткәрелгән Айрат Сирбаев исемендәге конкурста ла Юлдаш шиғыр номинацияһында еңеү яуланы. Ә «Бирешмә» үҫмер балалар премияһының «Ижад ит!» номинацияһын ул яңы ғына алды.

Ошо уңайҙан Юлдашты еңеүе менән ысын йөрәктән ҡотлап, артабан да туҡтап ҡалма, рухлы егет, һиңә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, тип өндәшеп ҡалабыҙ.

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.

Баймаҡ районы.

Юлдашҡа еңеүҙәр юлдаш

Кеше бала саҡтан хыялланып йәшәй. Уның был теләктәре маҡсатҡа әүерелеп, киләсәктә, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырылырға тейеш. Әгәр кеше хыяллана икән, тимәк, ул йәшәй. Ә уны нимә хыялландыра һуң? Беҙ бәләкәй генә саҡтан атай-әсәй­ҙәрҙең, ағай-апайҙарҙың йә төрлө һөнәр эйәләренең һоҡланғыс эштәрен күреп, үҙҙәренә оҡшарға тырышабыҙ. Әммә уйлап ҡараһаң, улар ҙа бит беҙҙең кеүек уйынсыҡтар уйнап үҫкән балалар. Ә бөйөк эштәргә нимә этәрә һуң?

2018 йылда – «Рух ҡошо» телевизион проектында, ә быйыл «Игебай уҡыуҙарында» еңеү яулай. «Иң ҙур шатлыҡтарымдың береһе «Бирешмә» төркөмөнөң «Ижад ит!» номинацияһында еңеүем булды. Дөрөҫөн әйткәндә, еңермен, тип бөтөнләй уйламағайным. Әлбиттә, ныҡ һөйөндөм, сөнки үҙем өсөн дә, уҡытыусым өсөн дә ҙур бүләк бит был. Ысын күңелдән ҙур рәхмәтемде «Бирешмә» төркөмөнә, «Тамыр» телеканалына әйткем килә. Ә һынау тот­ҡанда уҡытыусым Таңсулпан Әмир ҡыҙы гел эргәмдә булды. Ул миңә көс биреп тормаһа, ҡыйынға тура килер ине», – тип һөйләй Юлдаш.
Әйткәндәй, был егет тағы ла милли көрәш һәм уҡ атыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә БДУ-ның филология йәки журналистика бүлегенә инергә теләй.
Юлдаш, һиңә ижади үрҙәр, уңыштар теләйем! Маҡсатлы бул, бер ҡасан да бирешмә, йәме!

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.


Бирешмә!

Ауырлыҡтарға ҡарамайынса,

Ҡуйған маҡсатыңа юлдар яр.

Яңы бейеклектәр яулар өсөн

Рухың, көсөң, башҡорт телең бар!

Әгәр ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа,

Бер кем менән һис тә ирешмә.

Йоҙроҡ төйөп, янған күҙҙәр менән

Маҡсатыңа атла, бирешмә!


Юлдаш МУСИН.

Читайте нас