Әммә коронавирус пандемияһы арҡаһында йомғаҡлау кисәһе билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде. Бына яңыраҡ проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова тиҙҙән «Йөрәк һүҙе» конкурсының финалы буласағы тураһында хәбәр итте. Шуныһы ҡыуаныслы: эксперт советы һайлап алған финалсылар араһында бер уҡыусы ла бар – Инйәрҙәге 2-се мәктәптең XI синыфынан Нәфис Сәғитуллин.
– Был егетте Инйәрҙә үткән «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә күргәйнем. 2018 йыл ине, буғай. Тауышының моңо, фекер йөрөтә белеүе, сәхнәлә үҙен тотошо күңелгә ятты. Шунда ул: «Йөрәк һүҙе»ндә ҡатнашырға теләйем, килергә мөмкинме?» – тип һораны. Саҡырҙыҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына килеп, яҙылып ҡайтты һәм эксперт советы 87 видеояҙманы ҡарап, Нәфисте лә һайлап алды. Быға бик шатмын, сөнки егет кешенең сәхнәнән үҙенең һүҙен әйтергә сығыуы үҙе үк иғтибарға лайыҡ. Йәштәр һүҙен бөгөнгө көндә бик йыш ишетеп бармайбыҙ бит. Уларҙың йөрәк һүҙе шиғриәт бәйгеһендә яңғырай икән, быға ҡыуанам ғына. Быйыл сығарылыш синыфында уҡып, Берҙәм дәүләт имтиханын бирһә лә, Нәфис «Йөрәк һүҙе»нең финалында ҡатнашырға теләүен белдерҙе. Киләм, йөрәк һүҙемде әйтәм, тип ашҡынып, ынтылып тора. Уға: «Афарин», – тибеҙ. Имтихандарына ла һәйбәт итеп әҙерләнеп, яҡшы итеп тапшырһын, «Йөрәк һүҙе»нә лә фекерҙәрен туплап, ҡыйыулығын усына йыйып, һоҡланғыс сығыш менән килһен ине, – ти Наилә Әбделхай ҡыҙы.
Республика шиғриәт бәйгеһе финалсыһы Нәфис Сәғитуллин менән беҙ ҙә таныштыҡ. Видеояҙмаһын да ҡараныҡ. Телмәр оҫтаһы икән шул үҙе!
– Мин бәләкәстән әкиәт, шиғыр һөйләү буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып үҫтем. Йыл һайын төрлө ярыштарҙа I, II урындарҙан ҡалмай инем. Беҙҙең Инйәр мәҙәниәт йортонда «Ҡолонсаҡ» һәм «Елмерҙәк» тигән театр түңәрәктәре бар. Етәксеһе – Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина. Мин унда I синыфтан бирле йөрөйөм. Тәүҙә «Ҡолонсаҡ» өлгөлө балалар театрында уйнаһам, һуңынан «Елмерҙәк» халыҡ театрына күстем. Уҡыуым яҡшы, әле бөтөн көсөмдө һалып, имтихандарға әҙерләнәм, – ти ул. Нәфистең нәфис һүҙгә оҫталығы бына ҡайҙан килә икән?!
– Ҡайһы ролдәреңде яратып башҡараһың? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Миңә үҙемдең бөтә ролдәрем дә оҡшай. Бәләкәй генәһе булһа ла, уны ҙур итеп, бөтә күңелемде һалып тырышам. Шул спектакль эсендә йөҙөп йөрөп, кинәнеп уйнайым. Мәктәпте тамамлағас, ошо йүнәлештә уҡырға инеп, һәләтемде үҫтерергә, актёрлыҡ эшен дауам итергә уйлайым. Иң ҙур хыялым – киноға төшөү.
Уҡытыусыларым Сәғилә Сөләймән ҡыҙына, Тәслимә Ғүмәр ҡыҙы Ғарифуллинаға һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Марс ҡыҙы Саматоваға иң ҙур рәхмәттәремде еткергем килә, улар алдында баш эйәм, – ти һәләтле егет.
Нәфис Сәғитуллиндың исеме сәнғәт донъяһында республика кимәлендә яңғырар әле, Алла бирһә. Уға имтихандарын уңышлы тапшырыуын, «Йөрәк һүҙе»ндә лә еңеү яулауын теләйбеҙ.