+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Таныш булығыҙ
22 Мая 2021, 07:38

"Беҙҙе бейеү дуҫлаштырҙы", - ти әхирәттәр

Алһыу менән Аделинаны илаһи бейеү донъяһы дуҫлаштырған. Бәләкәйҙән сәхнә түрен үҙ иткән был ике ҡыҙ «Байыҡ» балалар бейеү телевизион конкурсына ҡатнашырға килгәндә таныша.

– Аделина Үтәгәнова менән бер бүлмәгә тура килдек. Ул Зөһрә өләсәһе менән ине. Танышып алғас, аралаша башланыҡ. Шул көндө дискотека булды, бергәләп бейенек. Был саҡта беҙ V – VI синыфтарҙа ғына уҡый инек әле. Ошонан һуң күпме ваҡыт үтһә лә, һаман да аралашып торабыҙ. Хатта иң яҡын әхирәттәргә әйләндек, яҡын туғандар кеүекбеҙ. Алыҫ йәшәгәнгә һәр ваҡытта осрашып булмай, «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» фестивалендә, «Байыҡ» бейеү бәйгеһендә күрешәбеҙ. Икебеҙ ҙә бейегәс, бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ. Уйҙарыбыҙ ҙа, ҡараштарыбыҙ ҙа тура килә. Шундай әхирәтем булыуына бик ҡыуанып бөтә алмайым, – ти Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкәләге 1-се мәктәбендә X синыфта уҡыу­сы Алһыу Шафиҡова.

Ул үҙе Светлана Ғәлләмова етәкләгән «Балҡыш» өлгөлө бейеү ансамблендә беренсе синыфтан алып бейей. Республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара бейеү конкурс­тарында алдынғы урындар яулай. Етмәһә, оҫта итеп йырлай, гитара ла уйнай.

Шуныһы ҡыҙыҡ: Алһыу «Аҡбуҙатта ҡунаҡта» республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фольклор фестивале хаҡында Көйөргәҙе районында йәшәүсе әхирәте Аделинанан ишетеп ҡалып, бейеү ансамблдәре менән ҡатнаша башлағандар. Быйыл улар әлеге сараға өсөнсө тапҡыр килгән ине.

Ҡыҙҙың әхирәте Аделина Үтәгәнова ла бик һәләтле ҡыҙ булып сыҡты. Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһында XI синыфта тик «бишле» билдәләренә генә уҡый ул. Төрлө байрам кисәләрен оҫта итеп алып бара. Өс йыл рәттән район хакимиәте стипендияһын ала. Райондарының Кинйә Арыҫланов исемендәге премияһына ла лайыҡ булған. Биш йәше тулмаҫ элек үк Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» өлгөлө фольклор ансамблендә шөғөлләнә башлаған ҡыҙ «Байыҡ» балалар бейеү телевизион конкурсында, «Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмер­ҙәр ижады фестиваль-бәйгеләрендә призлы урындар ала. Өләсәһе Зөһрә Әбйәлилова ейәнсәре менән бик ғорурлана.

– Алыҫ йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, аҙнаһына ике тапҡыр фольклор ансамбленә йөрөтөүем буш­ҡа булмаған. Әле һөҙөмтәһен күрәм. Данлыҡлы хореографтар Зөлфиә Ҡудашева, Азамат Кәримов, Марат Саттаров, Рәйес Низаметдиновтар һалған бейеүҙәрҙе үҙ алдына өйрәнеп, ейәнсәрем уңыштарға өлгәште, – ти ул ҡыуанып.

Ике ҡыҙҙың дуҫлығына «Бал­ҡыш» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Светлана Ғәлләмова ла һоҡланып бөтә алмай.

– Алһыу менән Аделинаның дуҫлығын сағылдырған бейеү һалып, сәхнә түрендә күрһәтергә ине лә бит. Тик бына ара алыҫлығы ғына ҡамасаулап тора, – ти.

Әлегә килеп сыҡмаһа ла, бәлки, үҙҙәре алдағы киләсәктә дуэт булып, бейеү сәнғәтендә тағы сағыуыраҡ балҡырҙар әле. Шулай була күрһен инде.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Көйөргәҙе районы.
Читайте нас