Шуларҙың береһе – Марсель Сәхәүетдинов. Мәктәптә, район кимәлендә спорт ярыштарының һәр саҡ уртаһында ҡайнай. Дүрт йыл буйы саңғы буйынса алдынғылыҡты бирмәне. Советтар Союзы Геройҙары Александр Серебренников һәм Шаһи Ямалетдинов призына үткәрелгән еңел атлетиканан уҙыштарҙа беренсе урын алып ҡыуандырҙы. 2017 йылда 14 – 15 йәшлектәр араһында Ҡыраҡа тауы буйлап йүгереүҙә 21 саҡрым араны уңышлы үтеп, өсөнсө урын яуланы. Яңыраҡ Шығай ауылында үткәрелгән Шаһи Ямалетдинов призына эстафета ярышында беренсе урынға сыҡты. Шәп көрәшсе лә ул. Үҙенең ауырлыҡ үлсәмендә гел призлы урындарға лайыҡ була. Һанай китһәң, спорт буйынса Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап уның.
Марсель бәләкәй саҡтан уҡ район кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙен һәләтле бейеүсе итеп тә танытты. «Еҙ үксә» исемле конкурста өсөнсө урын алыуға иреште. Һуңғы ике йылда гитарала уйнарға өйрәнде. Быйыл үҙ аллы синтезаторҙы ла үҙләштерҙе. Апрель айында водитель танытмаһы алып ҡыуанды.
Уңған егеттең буш ваҡыты юҡ, тиһәң дә була. Дәрестән һуң хужалыҡта мал ҡарау, тәрбиәләү уның иңенә төшә. Ата-әсәһенең оло ярҙамсыһы ул. Ғаиләлә ҡустыһы Арыҫланға уңыштары менән өлгө лә булып тора.
Киләсәктә Марселгә алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инергә насип итһен. Уҡыусымдың үҙенә оҡшаған һөнәргә эйә булыуын теләйем.
Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, уҡытыусы.
Белорет районы, Шаһи Ямалетдинов исемендәге Шығай мәктәбе.