Улар уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәрҙән олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары булып, мәктәп тарихына үҙ исемдәрен яҙа. Бындай ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡыуҙа ғына түгел, ижади мөхиттә лә һынатмай. Дәрестән һуң ваҡыт табып, төрлө йүнәлештәге түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә лә өлгөрәләр.
Ишҡол мәктәбендә лә ундай уҡыусылар байтаҡ. Быйыл VII синыфты тамамлаусы Мансур Ғиниәтов – тап шундайҙарҙың береһе. Бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә өлгәшеүсе уҡыу алдынғыһының уңыштары һанап бөткөһөҙ. Быйыл ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Өфө районы Балалар ижады йорто тарафынан уҙғарылған конкурста еңеү яулап, үҙе яҙған әкиәте «Тылсымлы әкиәттәр» йыйынтығына инһә, матур йөкмәткеле, уҡымлы мәҡәләләре иһә белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Мөнирә Кашапова исемендәге премияға лайыҡ булды. Был бүләк уға мәктәптә үткән линейкала тантаналы рәүештә тапшырылды.
Ауылдашым беҙҙе шулай һоҡландыра. Уның ижад ҡомары бер ваҡытта ла һүнмәүен теләйем.