+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
2 Июль 2021, 14:02

Һүрәттәрҙә хыял сағыла

Һабантуй ҡунаҡтары райондың хеҙмәт алдын­ғыларын бүләкләү тантанаһында ҡатнашҡандан һуң ауыл биләмәләренең тирмәләре менән таныша башланы.

Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла

Һәр ауыл халҡы оҫталары ҡул эштәрен күргәҙмәгә ҡуйған, боронғо кәсептәрен күрһәтте. Бер тирмә айырыуса үҙенсәлеге менән йәлеп итте. Унда сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар­ҙың ижадтары ҡуйылғайны. Бигерәк тә рамкалағы картиналар һоҡландырҙы. Бөтә был эштәрҙең авторы IX синыфты тамамлаған Катя Захарова ине. Ана, үҙе мольберт артында көҙгө пейзажды һынландыра. Күмер менән төшөрөлгән һүрәттең үҙенә тартып тор­ған нин­дәй­ҙер көсө бар. Йәш рәссам ябай ғына бер һыҙыҡты ҡағыҙ битенә һылау менән картина күҙгә күренеп байый бара.
Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Рәшит улы Миңлеғәлин оҙатыуында Башҡорт­остан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдар Хәниф улы Хәмзин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәшит Фидаил улы Ғәтиәтуллин, шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, Балаҡатай ерендә тыуып үҫкән йәш талантлы шағир Александр Хватковтар Катя Захарованың ижадына һоҡланыуҙарын йәшермәне, хатта уның эштәрен һатып алырға теләк белдереүселәр табылды.
– Катя сәнғәт мәктәбендә өс йыл элек кенә шөғөлләнә башланы, – тине уның уҡытыусыһы Ирина Сергеевна Никитина. – Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҙур уңыштарға өлгәште. Натюрморт, портрет, пей­заж – һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәрен үҙләштер­ҙе. Акварель, майлы буяу, ҡәләм, күмер менән төшөрөргә ярата. Уның эштәре район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурс­тар­ҙа ла еңеүҙәр яуланы.
Катяның ата-әсәһе Татьяна менән Сергей ҙа ҡыҙҙарының һәләтен үҫтерергә тырыша. VII синыфты тамамлаған ҡус­тыһы Кирилл да апаһының эштәрен ҡарап туймай. Улар бит өйҙөң йәме булып биҙәп тора.
Катя Захарова IX синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Артабан яратҡан шөғөлөнән айырылмаҫ өсөн Өфөләге дизайн һәм сервис колледжында белем алырға теләй.
– Каникул ваҡытында баш ҡалаға махсус килеп, колледж менән таныштым, ҡабул итеү шарттарын, имтихандар хаҡында белдем, – ти Катя. – Август башында башлана һынауҙар. Уға тиклем ваҡытым бар, тағы ла яңы һүрәттәр төшөрөргә өлгөрөрмөн, тип уйлайым.
Балаҡатай ере – таланттарға бай төбәк. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Гербы авторы Фазлетдин Ислахов та – ошо райондың Яңыбай ауылынан. Шулай уҡ унда Рәшит Ғәлимов исемле ғәжәп талантлы рәссам тыуған. Ул – республикабыҙҙағы бик күп музей­ҙар­ҙы эшләүҙә, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра кеүек онотолоп барған милли уйын ҡоралдарыбыҙҙы тергеҙеүҙә күп көс һалған шәхес. Әйткәндәй, рәссамдың эшен әле уның ҡыҙы Гөлнур Ғәлимова дауам итә.
Һанай китһәң, күп күренекле кешеләре менән данлыҡлы Балаҡатай ере. Әлеге Яңыбай ауылынан иҡтисад фәндәре докторы Вәҡифә Хәйруллина, виртуоз баянсы Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Үтәш ауылынан телевидение дикторы Флүрә Мурзина, оҙаҡ йылдар «Тамыр» телеканалында эшләгән Фәрхәт Ғәйнетдинов...
Киләсәктә Ямаш ауылы ҡыҙы Катя Захароваға ла ошо исемлекте дауам итергә яҙһын. Уға имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға инеп китеүен теләйбеҙ.
Һүрәт төшөрөү – ул хыялыңды ҡағыҙға күсереү, тигән бер аҡыл эйәһе. Хыялдары ла, тормошо ла палитра төҫтәре кеүек сағыу булһын Катяның.

З. МӘҺӘҘИЕВА.
Балаҡатай районы.

Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Һүрәттәрҙә хыял сағыла
Читайте нас: