+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
15 Ноябрь 2021, 11:40

Республика ғорурлана!

Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы 83-сө инженер лицейының 11-се синыф  уҡыусыһы Алексей Санин Үзбәкстанда Әхмәт-Фергани исемендәге физика буйынса халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы.

Республика ғорурлана!
Республика ғорурлана!

Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алёшаны еңеүе менән ҡотланы. "Мәктәп уҡыусыһы  үҙенең уңышы менән беҙҙең мәғариф системаһының донъяла элеккесә алдынғы булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы”,- белдерҙе ул.

“Бер үк ваҡытта онлайн һәм офлайн форматта үткән йәш ғалимдар ярышында 19 илдән 100-ҙән артыҡ уҡыусы ҡатнашты. Эштәр ҡатмарлы булды, әммә Алёша уларҙы уңышлы башҡарып сыҡты һәм Башҡортостанға еңеү килтерҙе. Олимпиадала үҫмер – туғыҙынсы синыфтан Екатеринбург ҡалаһында үткән йәш физиктарҙың төбәк-ара Урал турнирында 83-сө инженерлыҡ лицейы командаһы капитаны булараҡ башлап, өфөнөкөләр унда призлы урын алғайны. Шул уҡ мәлдә бер юлы өс фәндән – физика, математика һәм иҡтисад буйынса буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының финалисы булды.  Ике финал призёрҙары иҫәбенә инеп, физика буйынса Рәсәй йыйылма командаһына һайлап алынды. Быныа хәҙер – донъя кимәлендәге ҡаҙаныш!

Алёшаның еңеүендә 83-сө лицейҙың физика уҡытыусыһы, физика-математика фәндәре кандидаты Артём Львович Сухоносовтың өлөшө ҙур. Тиҙҙән Алексей Санин артабанғы уҡыуын ҡайҙа дауам итергә, тигән һайлау алдында ҡаласаҡ. Уның Башҡортостандың алдынғы уҡыу йорттарының береһен һайлап алыу һәм донъя күләмендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге проекттарында әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Уңыштар һиңә! Йәнә бер тапҡыр еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Республика һинең менән ғорурлана», – тип яҙған Радий Фәрит улы.

Фото: Башинформ

Республика ғорурлана!
Республика ғорурлана!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: