+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
26 Ноябрь 2021, 11:00

Уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай

Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбендә һәләтле уҡыу­сылар күп. Шуларҙың бере­һе – IV синыфтан Ангелина Байтимерова.

Уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай
Уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай

– Синыфыбыҙҙа 16 бала: 8 ҡыҙ, 8 малай. Берҙәмдәр. Төрлө конкурстарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнаша. Быйылғы уҡыу йылында бигерәк тә Ангелина айырылып тора. Муниципаль кимәлдә үткән бәйгеләрҙә гел алдынғы урындар ала, – ти етәкселәре Миңзәлә Әхмәт ҡыҙы Абдуллина.
Ангелина «бишле»гә генә уҡый икән. Математика, инглиз теле, физкультура, рәсем дәрестәрен ярата. Гагарин исемендәге кубокка олимпиадала урыҫ теле, математика, тирә-яғыбыҙҙағы донъя фәндәре буйынса уңыш­ҡа өлгәшкән. Һүрәтте лә матур төшөрә, конкурс­тар­ҙа йыш ҡатнаша, грамоталары байтаҡ. «Республикама дан йырлайым» тигән иншалар бәйгеһендә районда III урын­ға лайыҡ булған. Шиғыр һөйләү буйынса конкурста ла еңеүсегә ирешкәне бар. II си­ныфта «Һаумы, һаумы, әкиәт!»­тә «Шалҡан» әкиәте менән уңышлы сығыш яһаған.
Йырларға ла, бейергә лә әүәҫ. Мәктәптәге түңәрәктәргә йөрөп, оҫталығын арттыра, концерттарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша.
Ә өйҙә әсәһенең уң ҡулы Ангелина. Ете йәшлек Розалиә һеңлеһе һәм алты йәшлек Арсен ҡустыһына апай бит ул. Туғандарын ҡарашыу, һауыт-һаба йыуыу, өйҙө йыйыштырыу, гөлдәргә һыу һибеү кеүек эштәр уның иңендә, тиһәң дә була. Ҡамыр ризыҡтары әҙерләгәндә лә һеңлеһе менән әсәләренә ярҙам итәләр.
Спорт менән дуҫ, ҡыш­ҡыһын тимераяҡта шыуырға ярата. Буш ваҡытында әкиәттәр, Мостай Кәримдең ши­ғыр­ҙарын уҡый.
– Мин бесәйҙәрҙе яратам. Ҙурайғас, бәлки, ветеринар йә теш табибы булырмын, – тип хыялы менән дә уртаҡлашты Ангелина.
Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит, уңған, төрлө яҡ­лап һәләтле ҡыҙға күҙ теймәһен.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай
Уҡытыусыһы маҡтап бөтә алмай
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: