+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
26 Май 2022, 14:25

Урал — донъя чемпионы!

Урал ХӘСӘНОВ. Шахмат һөйөүселәргә яҡшы таныш был исем. Былтыр 15 йәшендә генә шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яулап, тыуған Салауат ҡалаһының, Башҡортостандың данын арттырҙы ул. Урал 1-се лицейҙың IX синыфында уҡый. Математика буйынса Гагарин исемендәге кубокка республика олимпиадаһында ике тапҡыр I урын алған. Шулай уҡ физиканан, һыҙманан да шәп икән үҙе. Ике йыл Салауат ҡала хакимиәте башлығы стипендиаты булған.

Спорт ярата. 6 йәшенән 3 йыл буйы «Зенит» футбол клубында шөғөлләнгән. Шахмат уйнарға ла Урал бәләкәйҙән әүәҫ. Әсәһе яғынан олатаһы Ғилметдин ағай һәм атаһы яғынан ҡартатаһы Ғарифулла ағай шахмат серҙәренә өйрәткән.
– Улыма 4 йәш тулғас, Пионерҙар һарайына шахмат түңәрәгенә алып бар­ғайным, бәләкәй, тинеләр. Ғәҙәттә, 7 йәштән алалар бит, шулай ҙа икенсе йылына, биш йәшендә, алдылар. Тренер Тимур Альберт улы Яппаров тикшереп ҡарау өсөн түңәрәккә килеүселәргә мәсьәлә биргән, уны Урал ғына сисә алған. Шулай итеп, улымдың шахмат буйынса һәләте бар икәнлеге асыҡлана, – тип һөйләй әсәһе Гөлназ.
– Бәләкәйҙән хәтере яҡшы, математикаға шәп булды. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә, 3 – 4 йәшендә, 1, 2, 3 һандарын ҡушып, 123, тип әйтеп, тәрбиә­селәрҙе аптыратҡайны. 6 урынлы һандарҙы ла отоп ала ине. Ишек алдына сыҡһаҡ, ҡайһы машина ҡай­ҙа ултырғанын номер­ҙары менән иҫендә ҡалдырып, кисә ул теге урында ине, тип күрһәтә торғайны, – тип һүҙгә ҡушыла өләсәһе Әлфиә апай.
Тәүге тренеры ҡаланан күсеп киткәс, Урал I синыфтан Роберт Фәхретдинов етәкселегендә шөғөлләнә башлай. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ районы Рощинскийҙа үткән Бөтә Рәсәй шахмат ярышында I урын яулай. Ә шахмат композицияларын сисеү буйынса тәүге тапҡыр 9 йәшендә Волга буйы федераль округының Һамарҙа уҙған турында ҡатнаша. 11 йәшендә шунда уҡ ойошторолған турнирҙа II урын ала. Сочиҙа Рәсәй буйынса ярышта III урынға лайыҡ була, икенсе йылына иһә еңеү яулай. Эйе, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, уңышҡа өлгәшеп булмай. Үҙеңдең кимәлеңде төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, көслө дәғүәселәр менән көс һынашып белергә мөмкин.
Урал Хәсәнов 2019 йылда 14 йәшендә Таллинда үткән Европа чемпионатында тиҫтерҙәре араһында алтын миҙал яулай, Европа чемпионы була. Бирелгән 9 мәсьәләгә барыһынан алда яуап таба ул. Әйткәндәй, бынан алда Урал шахмат композицияларын сисеү буйынса Мәскәү тренеры, 14 тапҡыр донъя чем­пионы, халыҡ-ара гроссмейстер Андрей Селиванов дәрестәрен ала башлаған. Уның менән скайп аша аҙнаһына 2 тап­ҡыр икешәр сәғәт шөғөлләнәләр, өйгә эш бирелә. Һө­ҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй.
2020 йылдың сентябрендә Урал Мәскәүҙә ир-егеттәр араһында шахмат композицияларын сисеү буйынса уҙған Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Төрлө ҡалаларҙан йыйылған 22 шахматсы көс һынаша. Көсөргәнешле ярышта, 90 мөмкинлектән 82,5 мәрәй йыйып, 14 йәшлек кенә Урал Хәсәнов чемпион исемен яулай.
Ә 2021 йылда һәләтле спортсы донъя чемпионы булды. 15 йәштә! Грециялағы Родос утрауында ойошторолған бәйгелә Рәсәй йыйылма командаһы составында Мәскәүҙән Данила Павлов, Санкт-Петербургтан Алексей Попов һәм Башҡортостандан Урал Хәсәнов ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, 2008 йылдан бирле был ярышта Польша спортсылары еңеп килгән. Нисәмә йыл үткәс, Рәсәй йыйылма командаһы иң-иңе булып, шахматсыларыбыҙ донъя чемпионы исемен алды.
Урал Хәсәнов – 15 йәштән Рәсәйҙең спорт мастеры, халыҡ-ара мастер. Уның хыялы – шәхси беренселектә донъя чемпионы булыу. Талантлы спортсы үҙе һайлаған йүнәлеш буйынса даими эшләй, шахмат мәсьәләләре тө­ҙөй, темаға ярашлы ки­таптар уҡый. «Толпар» спорт клубы директоры Әмир Дауҡаев: «Урал Хәсәнов – төрлө яҡлы спортсы: шахмат мәсьәләләрен оҫта сисеү менән бер рәттән, классик, тиҙ, блиц шахмат турнирҙарында ла ҡатнаша», – ти үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһе тураһында. Көслө спортсының портфолиоһында төрлө турнир­ҙарҙа яулаған дипломдары, кубоктары бик күп.
– 2016 йылдан бирле мине турнирҙарға ҡартатайым Ғарифулла Хәмиҙулла улы Хәсәнов йөрөтә, – тип уға рәхмәтен белдерә Урал. Баланың һәләтен үҫтереүҙә, уңышҡа өлгәшеүендә ғаиләнең дә әһәмиәте ҙур шул. Чемпионды тәрбиәләүҙә Хәсәновтарҙың тырышлығын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Ғаилә башлығы Рәмил Хәсәнов – техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат филиалында кафедра мөдире. Гөлназ Ғилметдин ҡыҙы ла – инженер. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. III синыфта уҡыған Айнур ҙа шахмат уйнарға ярата, турнирҙар­ҙа ҡатнашып, призлы урындар ала икән. Кескәй Заринаға өс кенә йәш әле. Олатай кеше – Ғарифулла ағай хаҡлы ялда булғас, ваҡыты етерлек, ейәненең еңеүҙәренә ҡыуанып, төрлө тарафтарҙа үткән ярыштарға уны оҙатып йөрөй. Хәсәновтар үҙҙәренә яҡын ғына йәшәгән, оҙаҡ йылдар балалар табибы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, һәр саҡ ярҙамға әҙер Сәүиә өләсәләренә лә бик рәхмәтле.
Киләһе донъя чемпионаты Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәрендә үтәсәк. Салауат егете Урал Хәсәновҡа уңыш теләйек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Урал - донъя чемпионы!
Урал - донъя чемпионы!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: