Тәрбиәле ғаиләлә үҫә ҡыҙ. Өләсәһе Флүрә инәй ҙә, әсәһе Резеда ла – дин юлындағы яҡты күңелле кешеләр. Ҡыҙыҡай үҙе лә байтаҡ доғалар белә. Һуғыш балаһы Флүрә инәй биш намаҙын ҡалдырмай, ейәнсәренә изге теләктәр генә юллап ултыра. Резеда Хафиз ҡыҙы Себер яҡтарында 22 йыл мәғариф өлкәһендә эшләп ҡайтҡан. Унан һуң Йәрмәкәйҙә балалар сәнғәт мәктәбендә йыр-моң һөйөүсе кескәй яҡташтарына вокал серҙәрен төшөндөргән. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре үҙе. Ҡыҙы Резедаға ла йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән. Сәнғәт мәктәбендә 5 йыл фортепьяно синыфында шөғөлләнгән. Эстрада бүлеген тамамлаған.
Мәктәп йылдары Резеда Ғимаеваның хәтерендә матур иҫтәлектәр генә ҡалдырған. Әхирәттәре Ульяна Меньший һәм Азалиә Сөләймәновалар менән республикала уҙғарылған һәр төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған.
Уҡыуҙан буш ваҡыттарын да файҙалы үткәрә Резеда, йөн ептәрҙән сәскәләр бәйләй, кофе орлоҡтарынан, тимер сымдарҙан сакура ағастарын эшләгән. Өйҙә өләсәһе менән әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы ла.
Йыш ҡына был йортта фортепьяно тауыштары яңғырай. Ике Резеда уйнай унда. Сығарылыш уҡыусыһы Резеда Ғимаеваға ҡалған имтихандарын да һәйбәт тапшырып, медицина университеты студенты булып китергә яҙһын.
З. МӘҺӘҘИЕВА.