Баш ҡалабыҙҙың Совет районында урынлашҡан 108-се мәктәптә 800-ләп бала белем ала. Директор Илшат Рәшит улы Ғәлләмов байрамда уҡыу йылын гел «бишле»гә тамамлаусыларҙы, Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе, спорт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәрҙе тәбрикләне. Бөгөн һеҙҙе шул өлгөлө йәш дуҫтарыбыҙҙың береһе – VIII «А» синыфынан Алһыу Шәймәрҙәнова менән таныштырып үтмәксемен.
Был ҡыҙ башланғыс синыфтарҙан уҡ яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, бигерәк тә математика, геометрия, тарих, физик тәрбиә дәрестәрен көтөп ала. Ошо фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашып тора. Инглизсә өйрәнергә теләй, өҫтәмә дәрестәр ала. Ә башҡорт теленән бәйгеләрҙә йыш ҡына призлы урындар яулай.
– Яуаплы, өлгөлө уҡыусы, һәр эште аҙағынаса еткерә. Мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша, – тип маҡтай үҙен директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Илүзә Рәфил ҡыҙы Яҡшыбаева.
Бөтә күңелен биреп башҡарған яратҡан шөғөлө лә бар ҡыҙҙың. Алһыу мөғжизәле бейеү донъяһын үҙ итә. Екатерина Андреевна Гайдук етәкләгән «Башмачок» өлгөлө балалар бейеү ансамбленең ҙурҙар төркөмө солисы бит ул. Бейеүселәр бер нисә йыл эсендә республикабыҙ ҡала-райондарын ғына урап сыҡмаған, Ҡазан, Сочи, Түбәнге Новгород, хатта Мәскәүҙе лә яуларға өлгөргән.
– Һәр сәйәхәттән әйтеп бөтөргөһөҙ тойғолар, күтәренке кәйеф һәм приздар менән ҡайтабыҙ, – ти Алһыу.
Киләсәктә хореограф булырға теләүе лә ғәжәп түгел. Бейеүгә һәләтен «Йондоҙҙар парады»нда ла баһаларға өлгөрҙөк – ансамблдәге әхирәттәре Самира Сәйфуллина һәм Милана Зиннәтуллина менән урыҫ халыҡ бейеүен башҡарып һөйөндөрҙөләр.
Алһыуҙың әсәһе Гөлназ Альберт ҡыҙы һәм атаһы Ирек Хәлим улы ҡыҙҙарының шөғөлдәрен хуплай ғына. Бәләкәстәре Алмаз менән Әлиә лә апаларынан ҡалышмай – шулай уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр.
– Ғаиләбеҙ менән буш ваҡытты бергә үткәрергә яратабыҙ: парк, кафеға барабыҙ, фильмдар ҡарайбыҙ. Күңелле йәшәйбеҙ, – ти Алһыу.
Бар башланғыстарҙа балаларына терәк булған, рухи аҙыҡ, яҡшы тәрбиә бирергә тырышҡан ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнә лә инде буласаҡ йондоҙҙар!
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.