+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
21 Март 2023, 16:35

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ, Вилдан!

Күптән түгел гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә “Баҫ, баҫ, өҙә баҫ” исем менән видео ҡуйғайныҡ. Иҫләйһегеҙме, унда бәләкәй генә малай арымайынса, оҙаҡ итеп бейеп тик йөрөй. Үҙенең исеме лә билдәле түгел, бәлки, таныусылар булыр, тип яҙып та ҡуйғайныҡ.

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ, Вилдан!
Баҫ, баҫ, өҙә баҫ, Вилдан!

Бик тиҙ арала беленде уның кем икәнлеге. Исеме Вилдан булып сыҡты. 2 йәшенән үк көйгә оҫта ғына бейегән, артабан 5 йәшенән сәхнәлә сығыш яһаған шәп егеткә әле 12 йәш икән.

Әле Вилдан Фәйзуллин Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең  VI “А” синыфында уҡып йөрөй. Гел “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Белем усағында үткән бар сараларҙың уртаһында ҡайнай.

 Фото һәм видео: Наилә Ҡотлобаева.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: