+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
15 Июнь 2023, 00:15

Һай, үҙебеҙҙең егет!

Өфөләге  63-сө  балалар баҡсаһының “Ҡурай”  төркөмө тәрбиәләнеүсеһе  Мирас Алсынов Матбуғат йорто алдында ойошторолған сарала “Айҙар ғынайым” йыры менән сығыш яһаны.  5 йәшлек Мирас барыһын һоҡландырҙы. Афарин, Мирас! Әйткәндәй, әсәһе Илгизә Мирхәт ҡыҙы, ошо уҡ балалар баҡсаһының  музыкаль етәксеһе  видеоға төшөрҙө.

Һай, үҙебеҙҙең егет!
Һай, үҙебеҙҙең егет!

Алла бирһә, тағы ла "Йәншишмә"гә килеп, дуҫтарың Азамат Йомағолов, Баййегет Шаһыбалов менән сығыш яһарһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.

Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, “Ҡурай”  төркөмөнөң йондоҙҙары!

Видео: Илгизә Алсынова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: