«Санкт-Петербург ҡалаһының йәштәр премияһы призёры булыу, 400 ғариза араһынан «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында һайлап алыныу минең өсөн ҙур мәртәбә», – ти Камила Солтангәрәева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йәй Камила Мәскәүҙең Ҙур театрында күренекле хореограф Юрий Григоровичҡа арналған халыҡ-ара балет артистары конкурсында III премияны һәм лауреат исемен яулағайны, ул - шулай уҡ Наталья Дудинская һәм Константин Сергеев фонды стипендиаты, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе.
Камила дүрт йәшенән фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. Башҡортостандың иң яҡшы өс спортсыһы иҫәбенә инә һәм йәш үҫмерҙәр йыйылма командаһы ағзаһы була. 10 йәшендә Өфө ҡыҙы «Сириус» белем биреү үҙәгенә саҡырыла, артабан Николай Цискаридзе етәкселегендәге А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта Камила Мәскәү дәүләт хореография академияһында белем ала, уның ректоры – Рәсәйҙең халыҡ артисы, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты, сәнғәт фәндәре кандидаты һәм профессор Марина Леонова.
Әйткәндәй, Камила - Розалиә Солтангәрәеваның ҡустыһының ҡыҙы.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Фото: Камила Солтангәрәеваның шәхси архивынан.