Бүлмәгә килеп инеү менән ул бөтә синыфты үҙенә ҡаратып алды. Уларҙың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә, ике һеңлеһе, бер ағайы һәм ҡустыһы бар.
Розалиә матур итеп шиғырҙар һөйләргә ярата. Тәнәфестә балалар менән шахмат, шашка уйнай. Уҡытыусы ҡушҡан бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡара. Синыфтағы ҡыҙҙар ҙа уны яратып, тыңлап ҡына торалар.
Дәрестәрҙән һуң Розалиә ашығып өйөнә ҡайта. Сөнки әсәһенә ярҙам итергә кәрәк. Уңған ҡыҙ бит ул. Өй йыйыштырырға, туҙан һөртөргә, гөлдәргә һыу һибергә, ҡустыһын ҡарарға ла өлгөрә.
Буш ваҡытында ул һүрәттәр төшөрөргә, бейергә, йырларға әүәҫ. Беҙ Розалиәгә уңыштар теләйбеҙ.
Рәзифә ЮЛДАШЕВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.