Эй, шәп тә инде! Әле 5 – 6 йәшлек сағында уҡ үҙе кеүек бәләкәй генә көрәген тотоп тышта ҡар таҙартҡанын эшемә барған һайын күреп хайран ҡала инем. Етмәһә, көн һайын! Әсәһе һөйләүе буйынса, Ирек йорт эсендәге эштәрҙе башҡарырға ла иренмәй икән.
Уҡыуында ла, спортта ла алдынғылар сафында ул. Үҙ алдына башҡортса рухлы йырҙар башҡарып, эре генә гитара сирттереп маташа. Әлеге ваҡытта ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, ата-әсәләренән баян да һораған. Бирһә, бирә икән балаға һәр яҡлап талантты!
Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы, Иҙәш ауылы.