-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
9 Август , 13:26

Сыуашстандан ҡунаҡтар килде

Чебоксар ҡалаһынан редакциябыҙға ҡунаҡҡа килгән Елена Михайловна Атаманова менән Татьяна Владимировна Ишморатова ла балалар баҫмаһында эшләй. Беҙҙең гәзитте күргәс...

Сыуашстандан ҡунаҡтар килде
Сыуашстандан ҡунаҡтар килде

...ғәжәпләнделәр. Республикабыҙҙа балалар өсөн шундай сағыу баҫма булыуына һоҡландылар. Етмәһә, һәр бер бите төҫлө сыға икән, тип аптыранылар. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа гәзитебеҙ тарихы менән таныштырҙыҡ, яңы һандарын бүләк иттек.

Елена Михайловна – үҙҙәренең республикаһында нәшер ителгән "Танташ" ("Йәштәш") гәзите һәм "Тетте" ("Уйынсыҡ") журналы мөхәррире, Татьяна Владимировна – хәбәрсе. Гәзиттәре ике телдә сыға: дүрт бите – сыуашса, дүртеһе – урыҫса. Елена Михайловна үҙе беҙҙең яҡташ икән, Ауырғазы районында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән яҙышып торған һәм хыялын тормошҡа ашырған: журналист булып киткән.

Бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән файҙалы булды был осрашыу. Беҙҙең гәзит-журналға ла яҙышып торһондар уҡыусыларығыҙ, тигән теләктәрен дә еткерҙеләр.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: