Таныш булығыҙ
17 Декабря 2024, 13:00

Тимур Ҡазанды хайран иткән!

Ҡазан ҡалаһында халыҡ-ара бейеү конкурсында Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV “В” синыфы уҡыусыһы  Тимур Ишмуллин уңышлы сығыш яһап, яңғыҙ бейеүселәр араһында I  яулаған. Жюри ағзалары Тимурҙы “Фестиваль геройы” тигән махсус приз менән дә баһалаған.

Тимур Ҡазанды хайран иткән!Тимур Ҡазанды хайран иткән!
Тимур Ҡазанды хайран иткән!

Тимур Ишмуллиндың төп тамырҙары, йәғни ата-әсәһе – Баймаҡ районынан. Улар улдарының бейеүгә һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Тимур Өфө ҡалаһындағы “Саптар” өлгөлө бейеү студияһында шөғөлләнә (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров).

Афарин, Тимур! Уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: "БАЙМАҠ" яҡташтар ойошмаһы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас