Алтын ҡуллы, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Әҙилә һәр эшкә күңелен һала.
Башҡорт рухлы ҡыҙ ул. Бейеүҙәребеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы башҡарырға ярата. Буш ваҡытында ҡул эштәре менән була: сәйләндән биҙәүестәр теҙә, ырғаҡ менән бәйләй, әле тегенеү серҙәрен өйрәнә.
Әҙилә фотолағы ҡурсаҡҡа бар күңелен һалып милли күлдәк тегеп, мәктәбебеҙҙең музейына иҫтәлеккә бирҙе. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт!
Мәҙинә МӨБӘРӘКШИНА,
VII синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы.