-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
31 Ғинуар 2025, 16:05

Тимур Ҡазанды хайран иткән!

Ҡазан ҡалаһында уҙған халыҡ-ара бейеү конкурсында был малай бөтәһен дә һоҡландырып, яңғыҙ бейеүселәр араһында I урын яулай. Жюри ағзалары үҙен «Фестиваль геройы» тигән махсус приз менән дә бүләкләгән.

Тимур Ҡазанды хайран иткән!
Тимур Ҡазанды хайран иткән!

Кем тураһында һүҙ бара, тиһегеҙме? Таныш булығыҙ: Тимур Ишмуллин, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV «В» синыфы уҡыусыһы ул. Тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Бигерәк тә математиканан шәп икән үҙе. Өйҙәренә килгән «Йәншишмә» гәзитендә сыҡҡан ҡыҙыҡлы ребустарҙы ла «һә» тигәнсе сисеп ҡуя. Сәнғәткә ғашиҡ малай йырларға, бейергә ярата. Шиғыр һөйләргә лә оҫта. Өфө ҡалаһында үткәрелгән «Илһам» бәйгеһендә Мостай Кәримдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғыры менән сығыш яһап, III урын алған. Ә Ҡазан ҡалаһында ойошторолған конкурста «Генерал Игзаков» бейеүен башҡара. Үҙен алҡыштарға күмәләр. Оҫталыҡҡа ул ҡалалағы «Саптар» бейеү ансамблендә шөғөлләнеп өйрәнгән.

– Миңә батырлыҡ, Тыуған ил тураһында шиғырҙар оҡшай. Уларҙы бар күңелем аша үткәреп, хисләнеп һөйләйем. Йырҙы ла, бейеүҙе лә яратып башҡарам, – ти Тимур.

Уның бер туған Лилиә апаһы менән Ильяс ағаһы бар. Күп нәмәгә Тимур уларҙан өйрәнә.

– Ильяс улым да шиғырҙы матур һөйләй торғайны. Бала саҡта ныҡ әүҙем булды. Тимур улым унан өлгө ала инде, – тип маҡтай үҙен әсәһе.

Лилиә апаһының хәҙер үҙ ғаиләһе бар. Ә Ильяс ағаһы Мәскәүҙә уҡый. Улар менән аралашып, хәл белешеп, кәңәшләшеп торалар. Бер-береһе менән яҡшы мөнәсәбәттә, татыуҙар икән туғандар. Әсәй кешегә шул бик мөһим инде.

– Балаларыбыҙ беҙҙе ҡыуандырып ҡына тора, – тип һүҙен дауам итә Рима ханым. – Тимур ҙа һынатмай. Улыбыҙҙың киләсәген уйлап, уға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Уҡыуҙан буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр бейеүгә йөрөй. Инглиз телен ныҡлап өйрәнеү өсөн репетитор ялланыҡ.

Бейеү менән шөғөлләнә башлағас, беҙ уның улай ныҡ оҡшатып, ихлас йөрөр, тип уйламағайныҡ. Әммә сығышын күргәс, үҙебеҙ ҙә хайран ҡалдыҡ. Ҡалай килештерә! Белһәгеҙ икән, шул тиклем дәртләнеп, күңел һалып, шөғөлләнә ул. Бейеүгә йөрөп, Тимур ныҡ үҙгәрҙе лә. Был шөғөл балаларҙы тәртипкә, кеше алдында үҙеңде ышаныслы тоторға,  ҡаушап ҡалмаҫҡа ла өйрәтә икән. Әлбиттә, бының өсөн «Саптар» студияһы етәксеһе Радик Бакировҡа рәхмәт әйтке килә.

Ҙурайғас, Тимур инженер булырға хыяллана. Үҙе ниндәй һөнәр һайлаһа ла, сәнғәткә ҡарата һөйөү уның гел күңелен үҫтереп, илһамландырып торор әле.

Иң мөһиме, теләгән хыялдарың тормошҡа ашһын, Тимур!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас