-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
1 Февраль 2025, 14:05

Айсел барыһына ла өлгөрә

Айсел Мөхәмәтдинова – бик аҡыллы, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ бала. Ул – Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең II синыф уҡыусыһы. Тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә.

Айсел барыһына ла өлгөрә
Айсел барыһына ла өлгөрә

Иң матур яҙыусы булараҡ та синыфташтарына өлгө булып тора. Китапхананан төрлө-төрлө китаптар алып уҡый. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ һүрәт төшөрөү менән дә мауыға. Уға бигерәк тә хайуандарҙы төшөрөү оҡшай.

– Айсел – бик әүҙем уҡыусы. Дәрестәрҙә гел ҡулын күтәреп кенә ултыра. Өйгә бирелгән эштәрҙе лә матур итеп әҙерләп килә. Тағы ла ул бейергә ярата. Мәктәптәге бейеү түңәрәгенә ихлас йөрөй, – ти синыф уҡытыусыһы Нәзирә Борхан ҡыҙы Ғәлина.

Айсел Зарина исемле әхирәте менән үҙ-ара бик татыуҙар. Мәктәптән бергә ҡайталар. Дәрестән һуң да бергәләшеп төрлө түңәрәккә лә йөрөйҙәр.

Айсел әсәһе һәм Хөрмәт ҡартатаһы менән бергә йәшәй. Мәктәптән ҡартатаһын һағынып, йүгереп кенә ҡайта. Уңған ҡыҙ уға мал ҡараша. Шунан кискеһен икәүләшеп китап уҡыйҙар. Айсел әсәһенә лә – ҙур ярҙамсы. Аш бүлмәһендә билмән һәм төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләшергә ярҙамлаша.

Бына шундай, аҡыллы, эшһөйәр ҡыҙ бала үҫеп килә, күҙ теймәһен!

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас