Гөлназ:
– Беҙ мәҙәни инициативалар буйынса федераль грантҡа лайыҡ булдыҡ. Шуның аҡсаһына төркөм ойошторҙоҡ та инде. Унда 12-14 йәшлек үҫмерҙәрҙе йәлеп итергә булдыҡ. Шулай итеп, дүрт егеттән торған «БАТР» төркөмөбөҙ барлыҡҡа килде.
Булат:
– Әлбиттә, тәүҙә кастинг, йәғни һайлап алыу туры үткәрелде. Берәң ҙә төркөмгә осраҡлы ғына килеп эләкмәне. Әле һайлап алынған егеттәрҙең барыһы ла «Тамыр»ҙан сыҡҡан. Бейергә лә, йырларға ла, ижад итергә лә ярата, сәхнә алдында үҙҙәрен тота ла белә улар. Бик күптән хыяллана инем үҫмерҙәр менән эшләргә. Конкурсҡа «Сәксәк һәм башҡорт балы» йырын урыҫ телендә рэп-фан стилендә ебәрҙек. Комиссия ағзаларына уның эстәлеге, музыкаль яғы оҡшаны. Башҡортса ла һүҙҙәр ҡуштыҡ һәм һәр һүҙҙе тәржемә иттек. Йыр сағыу һәм заманса музыкаль ҡушылманан ғибәрәт. Композицияны тыңлаған һәр кем Башҡортостандың матурлығын, мәҙәниәтен күҙ алдына килтерә. Ә бына еңеүебеҙ беҙҙең өсөн матди яҡтан яҡшы ярҙам ул. Әйтергә кәрәк, 380 кеше араһынан беҙҙең ижадты һайлап алыуҙарына бик шатбыҙ.
Гөлназ:
–Күптәрҙе беҙҙең төркөмдөң исеме ҡыҙыҡһындыралыр. Үҫмерҙәр һүҙҙе ҡыҫҡартып һөйләргә ярата. Шуға ла «БАТР» тигән исемде алдыҡ. Һәр хәрефтең аңлатмаһы бар. Б-батыр, А-аҡыл, Т-тырыш, Р-рух, тигән аңлатма бирә.
Булат:
– Конкурста бер нисә тапҡыр ҡатнаштыҡ. Грант еңел яуланманы. Бына хәҙер уның файҙаһын күрәбеҙ. Хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Аҡсаһына клип яҙҙырабыҙ, октябрь айына әҙер булыр, тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Йырсы Артур Туҡтағоловты остаз итеп алдыҡ. Уның «Ҡурай» йырын рэп стилендә башҡарырға уйлайбыҙ. Егеттәрҙе ижади яҡтан үҫтереү мөһим, тип һанайым.
В рамку
Асҡар Мәһәҙиев
IX синыфта белем ала. Яҡшы уҡый. Теннис уйнарға ярата. Ҡурайҙа оҫта һыҙҙыра.Төркөм аша ҡурайҙың илаһилығын күрһәтергә теләй.
Тимур Мәһәҙиев
Сәхнәне, телевидениены ярата. Ике йыл элек «Уйынсыҡ түгел» фильмында төп герой ролен башҡара. Компьютер уйындары менән мауыға. Гитарала уйнай. Мәктәптә бөтөн сараларҙы алып барыусы ла.
Морат Джуманиязов
VII синыфта уҡый. Һүрәт төшөрөргә, компьютер уйындары уйнарға әүәҫ. Хикәйәләрҙе һәм фәнни фантастиканы мауығып уҡый. I синыфтан «Йәнең менән йырла» вокал студияһында шөғөлләнә.
Тимур Шаһивәлиев
I синыфтан музыка менән мауыға. Флейтала һәм фортепианола, ҡурайҙа, баянда оҫта уйнай. «Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүсеһе.V синыфтан музыка колледжында белем ала. Йырсы егет әлеге мәлдә «Сулпылар» конкурсында һынау тота.