-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
26 Декабрь 2025, 17:03

Күңелендә боронғо башҡорт йырына һөйөү бар

Алыҫтарҙан, ай, күренгәнИрәндеккәй тауының аҡ ташы...Сәхнәнән боронғо башҡорт халыҡ йыры «Азамат» урғыла. Йәш кенә йырсы егет уны йөрәге аша үткәреп, күкрәгенән бар моңон сығарып башҡара. Әйтерһең дә, быуаттар төпкөлөнән килгән герой үҙе баҫып тора. Ә ҡулында - ҡурайы. Өфөләге махсус музыка колледжының VII синыфы уҡыусыһы Тимур Шаһивәлиев ул.

Күңелендә боронғо башҡорт йырына һөйөү бар
Күңелендә боронғо башҡорт йырына һөйөү бар

 Быйылғы «Сулпылар» конкурсының Гран-при эйәһе.
– Тимур бәләкәй сағынан йырлап тик йөрөй торғайны, илағанын иҫләмәйем, – ти әсәһе, сығышы менән Баймаҡ районының Билал ауылынан булған Нуриҙә Солтан ҡыҙы.– I синыфҡа Сибайҙағы музыка интернат-колледжына уҡырға алып барҙым. Башланғыс синыфтарҙы унда тамамланы, флейтала һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Ә V синыфҡа имтихан тапшырып, Өфөләге, махсус урта музыка колледжына инде. Бында баян һәм ҡурай менән ныҡлап шөғөлләнә.

Сибайҙа уҡыған сағында уҡ Тимур әллә күпме бәйгелә ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Мәҫәлән, башҡорт йыры «Ҡара юрға» менән «Рәсәй өмөттәре» Бөтә Рәсәй конкурсында II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. 2023 йылда «Ирәндек моңдары»нда I урын яулаған.
«Тамыр» телеканалының «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурсында былтыр ҙа ҡатнашҡан Тимур, тик, үкенескә күрә, дауаханаға эләгеп, II турға бара алмаған. Быйыл иһә тағы бер тапҡыр үҙен һынап ҡараған һәм еңеүгә өлгәшкән.

«Сулпылар» конкурсы – бик етди һынау ул, дүрт турҙа үткән бәйгелә иң һәләтлеләр һәм тырыштар ғына еңеүгә өлгәшә. Балаларҙың сығыштарын абруйлы сәнғәт кешеләре баһалай. I турҙа уҡ Тимурҙы «Беҙҙең алда ысын артист баҫып тора, афарин», – тип маҡтағайнылар. Ысынлап та, тыны оҙон, үҙен сәхнәлә тотошо килешле. «Ҡара юрға», «Ялсығол», «Сайҡалалар кәмәләр», «Азамат»ты бик матур башҡара. Әлбиттә, вокал серҙәренә өйрәткән, сәхнәгә әҙерләп сығарған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиеваға рәхмәтле ул.
– Тимур – бик тырыш, сәмсел егет. Ағаһына – иптәш, әсәһенә, үҙе менән бер колледжда уҡыған игеҙәк ҡустыларына ныҡлы терәк тә. Вокал дәресендә әйткән һәр һүҙҙе, һәр кәңәште ҡолағына элеп, тыңлап, киләһе дәрескә һәйбәт итеп әҙерләнеп килә. Тәбиғәт биргән тауышы матур, киң диапазонлы. Шуға ла уның менән «Сулпылар» конкурсының һәр турына йыр һайлауы ҡыйын булманы. Тимурҙың күңелендә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү бар, – ти уҡыусыһы тураһында Гөлнара Рәшит ҡыҙы.

Ә матур сәхнә кейемдәрен «Тамыр» йыр ансамбле тегеүсеһе Әлиә Марат ҡыҙы Минәзева теккән икән.
Тимурҙың йырға һәләте әсәһе яғынан киләлер, олатаһы ла матур йырлаған бит, ғаиләләрендә йыр-моң һөйөүселәр күп. Уҡыуҙа ла һынатмай. Ҡурай, солфеджио, музыка теорияһы, хор, алгебра, геометрия, тел дәрестәрен үҙ итә. Каникулдары Билалда үткәс, ауыл эштәренең барыһын да белә.

Быйыл Өфөлә барлыҡҡа килгән «БАТР» үҫмерҙәр төркөмөндә лә йырлай Тимур. «Сәксәк һәм башҡорт балы» тигән йырҙарын ишеткәнегеҙ барҙыр әле.
Киләсәктә оҙон көйҙәрҙе лә, заманса йырҙарҙы ла моңло итеп башҡарған Тимур Шаһивәлиев исемле йырсы сәнғәт күген балҡытыр әле. Күңелендә башҡорт йырына һөйөү йөрөткән егеткә уҡыуында һәм ижадта уңыштар теләйбеҙ!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас