Эйе, ысынлап та, тормошта тырыштарға, маҡсатлыларға уңыш йылмая шул. Гөлнур Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптең X синыфында «бишле»гә генә уҡый. Мәртәбәле премияға былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәкара олимпиадала II урын яулағаны өсөн лайыҡ булған. Уҡытыусыһы – Әлиә Мәүлит ҡыҙы Сәғитова. Гөлнур башҡа фәндәрҙән дә бәйгеләрҙә һынатмай. 2024 йылда – рәсем, 2025 йылда Аҡмулла олимпиадаһының психология һәм педагогика нигеҙҙәре йүнәлеше буйынса республика этабында II урын алған. Быйыл да экология, биология, һыҙма, донъя сәнғәте мәҙәниәте, психология һәм педагогика нигеҙҙәре буйынса муниципаль этапта еңеп, республика олимпиадаһында ла үҙен һынаясаҡ.
– Белем усаҡтарында психология, педагогика фәндәре өйрәнелмәй бит, нисек әҙерләнәһең? – тип һорайбыҙ.
– Мәктәптең психологы Гүзәл Риф ҡыҙы Мостафина тәҡдим иткән матери алдар буйынса шөғөлләнәм, – ти Гөлнур. Был да ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныусан, тырыш булыуы тураһында һөйләй. Өҫтәмә әҙәбиәт, дәрестән тыш материалдарҙы өйрәнә, ҡулланма әсбаптары күп уның. Каникул ваҡытында ла уҡыуҙан бушамай, белемен тәрәнәйтә. Бая әйткәнебеҙсә, уңыштың сере тырышлыҡта инде.
Иҫәнғолдағы Сөләймән Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенең рәсем синыфын да уңышлы тамамлаған ҡыҙ. «Моделләү һәм кейем дизайны» менән дә шөғөлләнгән. Төрлө ысулдар ҡулланып, иҫ киткес матур һүрәттәр, картиналар эшләй. Кейеҙҙән дә, таҫма менән сигеп тә, туҡымаға төшөрөп тә. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкәне, яҡшы уҡығаны өсөн Гөлнур 2023 йылда район хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булған. Йыл һайын район етәксеһе Дәмин Марат улы Юланов һәләтле балалар өсөн ойошторған сарала ҡатнаша. «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеү бәхете лә тейгән үҙенә.
Былтыр ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ «Лимонарий» уҡыу-тәжрибә хужалығында үткән төбәк һөнәри оҫталыҡ чемпионатында «Ландшафт дизайны» йүнәлеше буйынса ҡатнашҡан. Был да – уның өсөн үҙе бер мәктәп. Ейәнсура районының уңған, һәләтле ҡыҙы гүзәл заттар өсөн кәрәкле һөнәрҙәрҙе яҡшы белә. Аш-һыуға оҫта: торттар, бәлеш тәр, бүтән тәмлекәстәр бешереп, яҡындарын һыйлай. Маникюр, макияж серҙәрен дә үҙләштергән. Төрлө әйберҙәр бәйләргә лә ярата. Үҙ аллы гитарала уйнарға өйрәнгән.
Бына шулай ҡыҙыҡһынған шөғөлдәре күп, үҙен төрлө яҡтан үҫтерергә тырыша һылыуҡай. Киләсәктә ниндәй өлкәне һайлаһа ла, республикабыҙ өсөн шәп белгес булыр ул. Артабан да атай-әсәйеңде, олатай-өләсәйҙәреңде, уҡытыусыларыңды, ғөмүмән, бөтә Башҡортостанды тырышлығың, уңыштарың менән ҡыуандырып йәшә, Гөлнур.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Ейәнсура районы.