-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Таныш булығыҙ
20 Февраль , 09:40

Күгәрсендең шәп егете

Ҡурайсы егет башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды һыҙҙыра. Бәләкәй генә сағынан ғашиҡ ул был тылсымлы, затлы музыка ҡоралына.

Күгәрсендең шәп егете
Күгәрсендең шәп егете

 I синыфта уҡығанда уҡ музыка мәктә бенә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләге менән барғайны, тик тештәре арҡаһында кире борҙолар, III синыфҡа еткәс тә килергә кәңәш бирҙеләр. Шулай итте лә Радмил Ғөбәйҙуллин. Хәҙер инде ул – Зәйнәб Биишева исемендәге музыка мәктәбен «бишле»гә генә тамамлаған ҡу райсы. Уҡытыусыһы Юлай Ҡыҙрасов етәкселегендә бик күп конкурстарҙа ҡатнашып уңышҡа өлгәшкән. Мәҫәлән, 2022 йылда Сәй фулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш ҡурайсылар бәйгеһендә 12 йәшкә тиклемгеләр араһында II урын яулаған. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға үткән республика ярышында III урын алған, «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй проектында III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған.

Радмил Мораҡтағы Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһында IX шайморатовсылар синыфында белем ала. Был исемде биргәс, уны командир итеп ҡуялар. Яҡшы уҡыуы, спорт яратыуы, әүҙемлеге менән айырылып тора шул. Шайморатовсы синыфында уҡыу, командир булыу тағы ла яуаплылыҡ өҫтәй. Бар гимназистарға өлгө булырға кәрәк. Командалары менән йәйге, ҡышҡы шай моратовсылар уйындарында ҡатнашып, республика кимәлендә призлы урындарға лайыҡ булалар. Өфөгә Йәш шайморатовсылар балына ла саҡыралар уларҙы. Радмил VII синыфта уҡығанда II дәрәжә «Йәш шайморатовсы» почётлы билдәһенә лайыҡ булған. Ике йыл командир вазифаһын үтәй егет, әммә ярыштарҙың береһендә йәрәхәтләнгәс, баш тартырға тура килә.

Ул гимназия командаһы составында математика буйынса республика турнирында ла ҡатнаша, кескәйҙәр лигаһында еңеүсе булалар. Радмил бәләкәйҙән фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеп, конференцияларҙа үҙен һынап ҡарай. Һуңғы йылдарҙа Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында информатиканан, хоҡуҡ, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса еңеүсе, призёр булған. Гагарин кубогына олимпиадала информатиканан районда I урын алған. Программалаштырыу менән ныҡлап ҡыҙыҡһына.

– Улыбыҙға яратҡан фәндәрен төплө өйрәнеү өсөн шарттар булдырырға тырышып торабыҙ. Әле информатика йүнәлешендә ныҡлап шөғөлләнә. Яҡшы уҡый, һеңлеләре Миләүшә менән Мәликәгә лә аңламаған темаларын өйрәтеп ебәрә. Хәҙер программалар ҡатмарлы, был яҡтан Радмилға ышанабыҙ. Атаһы ҡырҙа эшләгән ваҡытта ла уң ҡулым ул минең, – ти әсәһе Гөл синә Фәнис ҡыҙы.

Яңыраҡ синыфташтары менән баш ҡалабыҙға студенттар кампусына экскурсияға барғандар. Өфөгә уҡырға килергә дәртләнеп ҡайтҡандар.

Төрлө яҡлап һәләтле егет ул Радмил. Китап байрамы ваҡытында ойошторолған тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсында Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙа ры» шиғыры менән республика кимәлендә I урынға лайыҡ булғайны. Сығышын ҡурай моңдары менән биҙәп, күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп башҡарҙы. Радмил гимназияла алып барыусы булараҡ та танылған, район сараларына ла саҡыралар икән үҙен. Мәктәп телевидениеһы дикторы ла. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү буйынса төбәк этабында иптәштәре менән күмәкләп еңеүгә ирешкәндәр. Бөтә кешегә лә берҙәй иғтибарлы, һәр кемгә ихтирам менән ҡарай. Ярҙамсыл, кеше менән тиҙ генә аралашып, дуҫлашып бара. Телһөйәр, илһөйәр егеттең маҡсаты – тырышырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә, ҡуйған маҡсатыңа ҡыйыу атларға. Тиҫтерҙәренә лә шуны теләй. Етәкселәренә, уҡытыусыларына рәхмәт белдерә.

Республикабыҙҙың Күгәрсен районынан төрлө яҡлап һәләтле, булдыҡлы, шәп егет Радмил Ғөбәйҙуллин менән танышыуыбыҙға шатбыҙ. Шун дайҙаркүберәк булһын ине!

Күгәрсендең шәп егете
Күгәрсендең шәп егете
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас