Уның эштәренә күренекле рәссамдар юғары баһа бирә. Өфөләге “Ҡунаҡһарай” комплексында 16 йәше тулыуға 16 һүрәтенән торған шәхси күргәҙмәһен дә ойошторғайнылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор Әмир Мәзитов:
– Cәлимәнең һүрәттәренән уның һынлы сәнғәт диңгеҙендә тәрән йөҙгәнен күрәбеҙ. “Урал батыр” эпосы, Бөйөк Ватан һуғышы – ҡатмарлы, етди темалар. Күп рәссамдар был темаларға тотонорға баҙнат итмәй, – тип, ҡыҙҙың картиналарын юғары баһаланы.
Сәлимә төрлө йүнәлештә һәләттәрен үҫтерә: музыка, спорт менән дә шөғөлләнә. Ә ҡылҡәләмгә 3 йәшенән тотона. Уның пластилиндан яһаған ҡатмарлы һындары, төрлө персонаждары ла бик һоҡландырғыс килеп сыға.
Ҡыҙ 5 йәшендә һынлы сәнғәт мәктәбенә уҡырға инергә әҙерләнә башлай. Төрлө кимәлдәге балалар һүрәттәре конкурстарында ҡатнашып, дипломдар яулай. Кескәй генә сағынан спорт менән шөғөлләнә – акробатик гимнастика күнегеүҙәренә йөрөй, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Хатта балет менән дә ҡыҙыҡһына, фортепиано синыфында һәм хореография училищеһында уҡый. Әммә һынлы сәнғәткә һөйөүе көслөрәк булып сыға.
Әле Сәлимә Өфөләге Фатима Мостафина исмендәге 20-се башҡорт гимназияһының X синыфында уҡый. Шулай уҡ Өфөнөң Тюлькин исемендәге 2-се балалар художество мәктәбенең сығарылыш синыфында белем ала. Остазы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Рәми улы Ғарипов. Ул тәрбиәләнеүселәрен милли мәҙәниәт рухында үҫтерә. Эшмәкәрлегендә башҡорт халҡының тарихын һәм ижади мираҫын ҡәҙерләп, киләһе быуындарға тапшырыуға ҙур иғтибар бирә. Сәлимә уның етәкселегендә рәсем сәнғәтенең, һүрәт төшөрөүҙең төрлө нескәлектәрен үҙләштерә, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡуланма ижадын, сәнғәт тарихын һәм компьютер графикаһын өйрәнә. Әле йәш рәссам диплом эшенә әҙерләнә. Уның төп темаһы – “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы. Йәш ҡылҡәләм оҫтаһына буяуҙар ярҙамында изгелек менән яуызлыҡ, йәшәйеш менән үлем араһындағы көрәште күрһәтергә, эпос геройҙарын һәм персонаждарҙы тасуирларға кәрәк.
Сәлимә рәсем сәнғәте һәм һүрәт төшөрөү, шулай уҡ урыҫ теле, физкультура буйынса мәктәп һәм ҡала олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, күп тапҡыр алдынғы урындарға сыға. Инглиз һәм немец телдәрен өйрәнә, рәсем сәнғәте буйынса ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Мәртәбәле наградаларының береһе – 2024 йылда Омск ҡалаһында үткән Донъя төҫтәре Бөтә Рәсәй пленэр эштәре конкурсында II дәрәжә лауреаты дипломы.
Һәләтле ҡыҙ киләсәктә Һайлаған һөнәре буйынса юғары уҡыу йортонда белем алырға ниәтләй. Ә бының өсөн мәктәптә тырышып уҡып, имтихандарҙы уңышлы тапшырыу ғына аҙ – уҡырға инер өсөн ижади конкурста рәсем төшөрөүҙә юғары оҫталығыңды күрһәтергә һәм үҙенсәлекле ижади ҡарашыңды иҫбатларға кәрәк. Бәләкәйҙән үҙ маҡсатына ынтылған ҡыҙҙың барыһы ла уңышлы килеп сығыр. Әйткәндәй, Сәлимә күп балалы ғаиләлә үҫә: Данияр ағаһы – юғары уҡыу йортонда, Искәндәр ҡустыһы гимназияның I синыфында уҡый. Ғаиләһе лә, олатай-өләсәйҙәре лә йәш рәссамдың уңыштарына ҡыуанып, ярҙам итергә тырышып торалар.