

Билдәле булыуынса, фольклориадаға илебеҙҙең 80 төбәгенән иң һәләтле балалар һайлап алынған.
Ҙур байрамда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Вәсил Баймырҙин), Өфө районынан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Роберт һәм Алина Хәмиҙуллиндар), Күмертауҙан "Зоренка" өлгөлө урыҫ йыры ансамбле (Ирина Кувшина), Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек йырсы Әнүәр Вәхитов (етәксеһе - Римма Бабенко), Баҡалынан 15 йәшлек ҡурайсы Азамат Ханнанов республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.
Был йәш таланттар һеҙгә яҡшы таныштыр, моғайын. Гимназия ҡурайсылары боронғо башҡорт көйҙәрен яңғыратасаҡ. "Дарман" милли бейеүҙе үҙенсәлекле итеп башҡарыуы, боронғо кейемдәрҙе тергеҙеүе менән айырылып тора. Әнүәр йыр буйынса төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе, боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара. Азамат 7 йәшенән ҡурайҙа оҫта уйнауы, тәбиғи таланты менән һоҡландыра. Ул өзләй ҙә. "Зоренька" урыҫ йырҙарын диалекттарҙа башҡара.
Фольклориада - йәш ижадсылар өсөн аралашыу майҙансығы, Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте, үҙенсәлектәре менән танышыу, яңы дуҫтар табыу өсөн шәп сара. Форумдың Халыҡтар дуҫлығы йылында үтеүе лә әһәмиәтле, ҙур мәғәнәгә эйә.
Фото: Всероссийская детская Фольклориада.