-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
4 Октябрь 2019, 12:54

БДУ юбилейын билдәләй

Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты ойошторолоуға – 110 йыл. Уның тарихи нигеҙҙәре 1909 йылға барып тоташа.

Ошо йылдың 4 октябрендә республикабыҙҙа беренсе юғары уҡыу йорто – Өфө уҡытыусылар институты асыла. 1912 йылда уның тәүге сығарылышы була. Педагогик совет ҡарары менән уларға ҡала училищеһы уҡытыусыһы исеме бирелә.
1919 йылда уҡыу йорто Халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә, 1929 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына әйләндерелә. Ә 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты статусын йөрөтә.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты – республикабыҙҙың иң эре мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Әлеге мәлдә уның составына 15 факультет, 3 филиал инә. Филиалдар Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. Студенттар һаны 27 меңдән ашыу иҫәпләнә. Уҡытыу, фән һәм тәрбиә эштәрен ике меңгә яҡын педагогик хеҙмәткәр башҡара, уларҙың араһында 310 фән докторы һәм 960 фән кандидаты бар.
Юғары уҡыу йорто мәғариф һәм фән өлкәһендә халыҡ-ара интеграцион эшмәкәрлектә әүҙем эшләй. АҠШ, Германия, Төркиә, Франция, Италия, Египет, Венгрия, Япония, Ҡытай университеттары менән, шулай уҡ ғәрәп һәм фарсы телдәре уҡытыусылары әҙерләү буйынса Иран менән Египеттың Мәскәүҙәге илселектәре менән 30-ҙан ашыу хеҙмәттәшлек итеү килешеүҙәре төҙөлгән. Был килешеүҙәр нигеҙендә хәҙерге ваҡытта сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында БДУ-ның 88 студенты һәм аспиранты уҡый.
Читайте нас: