-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
27 Декабрь 2019, 18:00

Шәжәрәне – интернет аша

Кемдәр үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнергә теләй, «Башархив» проекты тураһында ишеттегеҙме әле?

Интернеттағы уникаль проект http://basharchiv.ru Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә һаҡланып ҡалған. 5740 уникаль документты проект ярҙамында ҡарап буласаҡ.
1917 йылда һәр крәҫтиән ғаиләһенә айырым карточка асылып, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында үҙҙәренән һорашып алған мәғлүмәтте теркәгәндәр. Унда ғаилә ағзалары, уларҙың туған теле, мал-тыуары, еренә ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт яҙылған. Ата-бабаларыбыҙҙың көнитмеше тураһында тулыһынса беләсәкбеҙ.
Шулай итеп, «Башархив» республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнеүгә ярҙам итәсәк. Артабан башҡа документтарҙы ла халыҡҡа тәҡдим итеү планлаштырылған.
Читайте нас: