Тарих һәм мәғариф белгестәре, әҙәбиәтселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, студенттар, уҡыусылар һәм теләге булған һәр кем ошо исемлеккә индерерлек, башҡорт халҡының, республикабыҙҙың тарихын тәрәнерәк өйрәнеү өсөн уҡырлыҡ китаптарҙы тәҡдим итә ала. Улар башҡорт һәм урыҫ, хатта сит ил яҙыусыһының әҫәрҙәре, башҡорт һәм урыҫ телендә сыҡҡан төрлө жанрҙағы китаптар булыуы мөмкин. Иң мөһиме, халҡыбыҙҙың тарихы, рухи ҡиммәттәре, тотош Башҡортостаныбыҙ тураһында шәп мәғлүмәт бирһен.