-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
22 Март 2021, 16:40

22 март тарихта...

78 йыл элек (1943) фашистар Белоруссиялағы Хатынь ауылын ер өҫтөнән юҡ итә.

Язалаусы отряд ауылды ҡамап ала, унда йәшәүселәрҙе колхоз һарайына ҡыуып индерә һәм ут төртә. Ҡасып ҡотолорға теләүселәргә пулемёттан аталар. Быға тиклем партизандар Хатындән алыҫ түгел немец автоколоннаһына ут асып, бер офицерҙы дөмөктөргән була. Был шуның өсөн үс алыуҙыр инде, күрәһең.
179 кеше тереләй янып үлә йә атып үлтерелә. Шуныһы ҡыҙғаныс, улар араһында 76 бала ла була. Бары тик 5 кеше генә ҡотолоп ҡала был мәхшәрҙән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: