Бына ҡайҙан килә башҡорт халҡында Перовскийға ҡарата хөрмәт, хатта бейеүе лә бар бит. "Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,- тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә. - Мин бында даими туҡталыу урыны, йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине". Халыҡ быны хуплай һәм төҙөлөш өсөн күп кенә аҡса йыя.
Башҡорттар өсөн һалынған йортта Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары, намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн мәсет була.