-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
16 Апрель 2021, 12:04

Француз яулығы

Бөгөн Милли кейем көнө. Күптәр эшкә, балалар уҡырға милли кейем кейеп килде. Ә социаль селтәрҙәрҙә #Милликейем хэштеге менән фотолар ҡуялар.Күптәрҙең башында – француз яулығы, иғтибар иткәнһегеҙҙер әле. Ҙур ҡыҙыл биҙәкле, ҡусҡарлы яулыҡ ул. Өләсәйҙәребеҙҙең, әсәйҙәребеҙҙең яратып ябынғаны. Әлеге көндә был яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында тағы ла киңерәк тарала бара. Уны милли кейемдең бер өлөшө, тиһәк тә була инде. Ә тарихы 1912 йылғы Ватан һуғышына барып тоташа.

Башҡорт сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә был турала шиғри юлдар менән әйтеп биргән.

ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠ – ЕҢЕҮ БИЛДӘҺЕ!

Ике быуат тарихы бар
Француз яулығының,
Иҫтәлек ул башҡорттарға
Француздарҙың яуының.
Наполеон һуғыш аса
Бөйөк Рәсәй иленә,
Ил һаҡларға башҡорттарҙан
Атлы ғәскәр төҙөлә.
Улар батыр һуғышалар
Оло Ватанды яҡлап,
Төнъяҡ Амурҙары тиеп
Аталған улар маҡтап.
Еңелеү белмәҫ атлылар
Францияға керәләр,
Париж урамдары буйлап
Ҡурай уйнап үтәләр.
Ҡаһым түрәнең ғәскәре -
Атлы ғәскәр була ул!
Француздарҙың йөрәгенә
Оло ҡурҡыу һала ул!
Атлы ғәскәр оран һалып
Француздарға ташлана,
Ҡылыстарын ялт-йолт һелтәп
Наполеонды ҡыуа.
Францияға шул ваҡытта
Бер каруан килгән икән,
Ул каруанда төклө-төклө
Тауарҙар булған икән.
Сауҙагәр ғәскәрҙе күргәс
Ылауын ташлап ҡаса,
Үҙ иленә ҡайтып китә
Карапта диңгеҙ аша.
Һыбайлылар нишләһендәр,
Ылау ҡалған хужаһыҙ,
Улар шул саҡ ҡарар итә:
"Бүләк итеп алабыҙ!
Кәрәкмәй беҙгә тәреле
Рәсәйҙең ордендары,
Булһын беҙгә был яулыҡтар
Еңеүҙең бүләктәре!
Әсәйҙәргә, ҡатындарға,
Һөйгәндәргә бирербеҙ,
Ҡыҙҙарҙы һәм һеңлеләрҙе
Ҡайтҡас һөйөндөрөрбөҙ!"
Ҙур ылау француз яулығын
Алып ҡайта башҡорттар,
Бүләк итеп тараталар
Ҡатындарға батырҙар.
Әсәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙға
Бик шәп бүләк була ул!
Шулай итеп француз яулыҡ
Тарихта ла ҡала ул!
Ике быуат тарихы бар
Француз яулығының,
Ул – Еңеүҙең иҫтәлеге,
Наполеон яуының.
Француз яулыҡ өҫтәп тора
Ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ,
Ир-егеткә был бүләктә
Кәүҙәләнә батырлыҡ!
Француз яулыҡ, француз яулыҡ,
Ул бит – Еңеү билгеһе!,
Ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға
Мөхәббәте өлгөһө!

Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: