Үҙенең социаль селтәрендә ул: “Был юбилей Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан өсөн дә берҙәй әһәмиәтле, сөнки ике төбәк араһындағы бәйләнеште нығыта.Башҡорт халҡы өсөн Каруанһарай тарихы – халҡыбыҙҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының тамамланыуы, Башҡорт-мишәр ғәскәренең тарихы ла. Бында мин Каруанһарайҙы һаҡлаусы-яҡлаусы Гөлимә апай менән осраштым. Ул бар ғүмерен әлеге тарихи архитектура комплексын һаҡлауға бағышлаған. Маҡсаты – Каруанһарайҙы киләһе быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу.
Каруанһарай эсендә нимә барлығы һәм нимә булырға тейешлеге лә мөһим.Бөгөн унда мәсет һәм бер нисә федераль власть органдары урынлашҡан,бик күп биналар буш һәм ремонт талап ителә.
Каруанһарай тураһындағы бер генә төплө һөйләшеүҙе лә билдәле дәүләт эшмәкәре Василий Перовскийҙы иҫкә алмайынса үткәреп булмай.Билдәле булыуынса,ул -Ырымбур өлкәһенең башҡорт фольклорында сағылыш тапҡан берҙән-бер генерал-губернатор.
Әлеге ваҡытта Василий Перовскийҙың эшенә һәм тормошона бағышланған бер генә музей ҙа юҡ.Минең фекеремсә,ошондай музей Каруанһарай эсендә булырға тейеш.”, – тигән.
Азат Баҙранов Ырымбурҙың вице-губернаторы Игорь Сухарев менән Каруанһарайҙың киләсәк яҙмышы хаҡында фекер алышты. Улар комплексты үҫтереү һәм һаҡлау буйынса план төҙөргә лә һөйләшкән.