-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
13 Октябрь 2022, 11:16

Гармунсы Шайморатов

Өфөнөң Совет майҙанына барып, данлыҡлы генерал Шайморатов һәйкәлен күрҙегеҙме әле, дуҫтар? Һәйкәл генә түгел, тотош тарих тураһында бер нисә "китап" тип әйтергә була уны. Волгоградтағы Мамай ҡурғанын тулыһынса ҡарап сығыу өсөн әллә күпме ваҡыт китһә, был монументаль композиция янынан да тиҙ генә китә алмайһың.

Бына, мәҫәлән, уң яҡтағы гармун тотоп ултырған малай иғтибарҙы йәлеп итә. Миңлеғәле Шайморатовтың бала сағы был. Ул биш балалы ғаиләлә үҫә. 8 - 10 йәштәрҙә әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Аталары ҡырҙа эшләй. Миңлеғәле бик егәрле була: байҙың йылҡы көтөүен көтә башлай. Бәләкәй генә булһа ла, ышаныслы, уңған малайҙы бай ҙа оҡшата, хатта үҙенең малайҙарына тип алған гармунды биреп тора. Шулай көтөүҙә өйрәнә лә инде Миңлеғәле гармунда уйнарға. 

Композициялағы һәр фигура тарих һөйләй. Барып, яйлап танышығыҙ, дуҫтар, шул тарихтар менән. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: