Билдәле рәссам Фазлетдин Ислаховтың иҫтәлектәренән: “Конкурс өс йыл барҙы. Беҙҙән генә түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә ҡатнашыусылар булды.
Комиссияла Мостай Кәрим, Әхмәт Лотфуллин, Заһир Исмәғилев, Зөфәр Еникеев, Мансур Әйүпов һәм башҡалар булды. Мин эшләгән варианттар араһында бүре, ҡурай торғандары ла бар ине. Салауат Юлаев һәйкәле менән генә биш төрлө герб төшөрҙөм. Аҡбуҙат, бөркөт, торна һүрәтләнгәндәрен дә тәҡдим иттеләр. Геройыбыҙ менән булғаны еңеп сыҡҡанына шатмын. Хатта авторы икенсе кеше булһа ла ныҡ ҡыуаныр инем. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа минең һүрәткә тауыш биргән көндә гимн да ҡабул ителде. Уны композитор Фәрит Иҙрисов ижад иткәйне.
Гербта Салауат Юлаевты дөйөм образ итеп ҡарарға кәрәк. Ул – ғәҙеллек һәм ирек өсөн көрәшеүсе интернациональ батыр”.
Фазлетдин Ислахов (1944 — 2016) Балаҡатай районында тыуған. Күп билдәле эштәрҙең, портреттарҙың, китап һүрәттәренең авторы.
Фото: www.bashinform.ru.