-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тарих биттәренән
12 Февраль , 10:53

Ҡотлайым мин "Йәншишмә"не оло байрамы менән!

Татарстандың халыҡ шағиры Роберт МИҢНУЛЛИНдың 2020 йылда "Йәншишмә" гәзитенең 90 йыллыҡ юбилейына арнап яҙған шиғыры.

«Башҡортостан пионеры»н

Уҡып үҫкән малай мин!

Хәҙер шул саҡты һағынып

Йәшәүсе бер ағай мин!

 

Иң беренсе шиғырым да

Һеҙҙә баҫылған ине!

Шиғриәттең ишектәре

Һеҙҙә асылған ине!

 

Түбәм күккә тейгән ине,

Осҡан инем күктәргә!

Шунан бирле һаман осам,

Осоп ҡайтам үткәнгә!

 

Ә үткәндә – бала сағым,

Иң бәхетле саҡтарым!

Ул саҡтарҙы әлегәсә

Мин күңелдә һаҡланым...

 

«Йәншишмә» – бала саҡ иле,

«Йәншишмә» ул – йәнтөйәк.

Килһен ул һеҙҙең өйҙәргә

Матурлыҡ һәм йәм тейәп.

 

Ҡотлайым мин «Йәншишмә»не

Оло байрамы менән.

Шиғри теләктәрем менән,

Шиғыр бәйләме менән.

 

Ҡотлайым мин «Йәншишмә»нең

Ҡыҙҙарын, улдарын да!

Һәр ваҡыт «Йәншишмә» булһын

Уларҙың ҡулдарында!

 Роберт МИҢНУЛЛИН.

12 февраль, 2020 йыл.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: