Тәрбиәсе Гөлназ Ансар ҡыҙы Ғөбәйҙуллина VI “А” һәм VI “Б” синыфтары уҡыусыларын һуғыш осорондағы ваҡиғалар менән таныштырҙы. Ул һалдаттарҙың ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәрен батыр тотоуҙары, хәрби антҡа һәм бурысына тоғро ҡалыуҙары хаҡында һөйләне. Бергәләп документаль фильм дә ҡаранылар. VI “А”-нан Дилара Арыҫланова күңелдәргә үтерлек йыры менән әсир итте.
Бөгөн дә Афғанстандағы һуғыш онотолмай. Ошондай саралар тарихыбыҙ менән таныштыра, балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.