Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай.
Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияның IV«А» синыфы уҡыусылары етәкселәре Нәрисә Тимерғәле ҡыҙы Хибәтуллина менән экскурсияға барҙы. Музейҙың етәксеһе Шәүрә Ильясовна Әхмәтҡужина балаларға райондың Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары тураһында һөйләне.
Уҡыусылар башҡорт халҡының тормош-көнкүрештәренең йыһаҙдарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Бигерәк тә милли кейемдәр, үтек, еҙ самауыр һәм таҫтар, ағас тәпәндәр һәм башҡа һауыт-һабалар тураһында оҡшаны.
Экскурсиянан балалар ҡәнәғәт ҡалды.