+2 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
30 Март 2018, 16:26
Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге
Граждандар һуғышы, революцияға бәйле ваҡиғалар ауылыбыҙҙы ситләтеп үтмәгән. Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге шуға дәлил. «Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы» риүәйәтен 1935 йылда Туҡтағол ауылында тыуып, 1954 йылда Бишҡурайға килен булып төшкән һәм ошонда ғүмер кисергән Менәүәрә инәй Ситдиҡова һөйләне:
Граждандар һуғышы, революцияға бәйле ваҡиғалар ауылыбыҙҙы ситләтеп үтмәгән. Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы, Шакир хәлфә имәнлеге шуға дәлил. «Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы» риүәйәтен 1935 йылда Туҡтағол ауылында тыуып, 1954 йылда Бишҡурайға килен булып төшкән һәм ошонда ғүмер кисергән Менәүәрә инәй Ситдиҡова һөйләне:
«1918 йылдың йәйендә, Өфөгә барышлай, 22 ҡыҙылгвардеец Бишҡурайға арыған аттарын алыштырыу өсөн туҡтала. Кулактар яҡлылар хәйлә менән уларҙы тотҡарлай ҙа тиҙ генә Ҡандралағы аҡ чехтар отрядына хәбәр итә, ә үҙҙәре тырышып ваҡыт һуҙа. Ылауҙар ҡуҙғалып, Бишҡурай күленә етеүгә ҡыҙылдарҙы аҡ чехтар ҡыуып тота һәм мылтыҡтарҙан көслө ут аса. Көстәр тигеҙ булмай, ошо ерҙә уларҙы ҡамап алып, атып үлтерәләр. Фәхрәй ҡараҡ ҡыҙылгвардеецтарҙы талай, кейемдәрен һалдырып ала. Аҡтар ҡорбандарын ҡалҡыу урындағы майҙанға ташлай. Ҡояш байығанда халыҡ араһынан иң ҡыйыуҙары ҡыҙылгвардеецтарҙы Өйнәш йылғаһының уң яҡ ярына һай ғына соҡорға күмеп ҡуя, һуңынан ҡаҙып алып, мәктәп һалына башлаған ҡалҡыулыҡҡа хөрмәтләп ерләй. Ошо ҡалҡыулыҡты халыҡ улар иҫтәлегенә Ҡыҙылгвардеецтар ҡалҡыулығы тип йөрөтә».
Шакир хәлфә имәнлегенең риүәйәтен 1932 йылғы Әнисә Сәхәбиева инәйҙән белдем:
«Шакир хәлфә ярлы балаларын аң-белемгә өйрәтә. Дәресте бүлеп, ҡурҡыныс хәбәр килтерәләр: кулактарға эйәргән фетнәселәр беҙҙән 20 саҡрымдағы Аҙнағолға еткән, коммунистарҙың береһен ҡалдырмай ҡыралар. Коммунист Шакир Йомағолов ат егеп Бүздәккә китә. Унда үҙенең көрәштәштәре менән йыйылышып, фетнәселәрҙе туҡтатмаҡсы була. Тик барып етә алмай. Ярмунса ауылын үтеп, Меңталға 2 – 3 саҡрым ҡала һәнәк менән ҡоралланған фетнәселәр хәлфәне ҡыуып тота. Санаһынан һөйрәп төшөрөп, эс-ҡарындарын һәнәктәре менән аҡтарып сығаралар һәм танырлығы ҡалмаған ҡорбандарын юл буйындағы имән төбөнә ҡарға күмеп, юлдарын дауам итәләр. Был ерҙе халыҡ Шакир хәлфә имәнлеге тип йөрөтә башлай».
Шакир хәлфә имәнлегенең риүәйәтен дә, уның тураһында мәғлүмәттәрҙе лә 1977 йылда К. Латиповтың «Ленин юлы» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Ватан ҡаһармандары» мәҡәләһенән таптым:
«Шакир Нәсибулла улы Йомағолов (1892 – 1919) «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала һәм Бишҡурайҙа 1914 – 1919 йылдарҙа ярлы балаларын яңыса төрлө фәндәрҙән уҡыта. Бер көндө дәрес барғанда ишек шаҡыйҙар. Ҡайныһы Ғабдулла Ғәфиәтуллин кулактарға эйәргән фетнәселәрҙең Аҙнағолға етеүҙәрен әйтә һәм кейәүенең тиҙерәк йәшеренеүен үтенә. 1919 йылдан партия ағзаһы коммунист Шакир Йомағолов ат егеп Бүздәккә китә. Тик барып етә алмай. Ярмунса ауылын үтеп, Меңталға 2 – 3 саҡрым ҡала, һәнәк менән ҡоралланған фетнәселәр хәлфәне ҡыуып тота. Санаһынан һөйрәп төшөрөп, сисендереп ҡарға баҫтыралар һәм тәүбәгә килеүен талап итәләр. Шакир хәлфә талаптарын үтәмәгәс, береһе киҫтән менән уның башына һуға, Хәниф кулак винтовканан ата…
…Фетнәселәрҙе тар-мар иткәндән һуң ҡыҙылгвардеецтар Шакир Йомағоловтың кәүҙәһен Тау арты урамындағы зыяратҡа ерләй».
1886 йылда тыуған Әғзәм Ҡормашевтан Муса Хәкимов 1977 йылда яҙып алған мәғлүмәттәрҙе музейҙа һаҡланған «Ауылым ҡаһарманы» альбомынан уҡыным: «…Халыҡ хөрмәтле уҡытыусыһының аяныслы үлемен бик ауыр кисерә, уның иҫтәлегенә бәйеттәр ижад итә. Ғилфан бабай сығарған «Шакир хәлфә» бәйетен ул ваҡытта күптәр яттан белгән, минең дә хәтерҙә уйылып ҡалған:
Шакир хәлфә баҡсаһында
Үҫә икән миләше.
Шакир хәлфәбеҙ булмағас,
Кемдәр булыр кәңәшсе?
Мөкәрәмә сигеү сигә,
Биҙәк-биҙәк уратып,
Шакир хәлфәне үлтерҙеләр,
Йыртҡыстарса аунатып.
Шакир хәлфә шкаф алған,
Буятҡан ул дан өсөн.
Уны ҡорбан иткәндәр
Ярлылар яҡлы өсөн.
Шакир хәлфә балаларға
Белем биреүсе ине.
Яман хәбәрҙәрен алғас,
Ҡайнар йәш түгәбеҙ инде.
Шакир хәлфәне үлтерҙеләр,
Имгәтеп ағзаларын.
Бандиттарса үлтереүселәр
Аласаҡ язаларын!
Бына бит ниндәй тарих һаҡлай тыуған ерем! Беҙ ошо риүәйәттәрҙе өйрәнеп кенә ҡалманыҡ, «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә ҡатнашып, яҙмаларыбыҙҙы бөтә республикаға күрһәттек.
Ралина ХӘМИҘУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...