-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
6 Апрель 2018, 17:37
Исмаҡайҙан килгән исем
Kаҙмаштың нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бик күп фараздар бар. Минең тыуған ауылымды бейек мөһабәт тауҙар уратып алған. Элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәгән һәм йәшәй.Ҡаҙмаш тигән исемдең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән иткем килә.
Kаҙмаштың нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бик күп фараздар бар. Минең тыуған ауылымды бейек мөһабәт тауҙар уратып алған. Элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәгән һәм йәшәй.
Ҡаҙмаш тигән исемдең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән иткем килә.
Әбей батша Екатерина II урыҫтарҙы Белорет районының Әүжән, Исмаҡай ауылдарына ебәрә. Улар завод һәм фабрика төҙөргә килә. Кемдең үҙ ерҙәрен биргеһе килһен инде. Башҡорттар һәм урыҫтар араһында ҡаты һуғыш була. Беҙҙекеләр бирешмәй. Ә икенсегә ер талаусылар ғәскәр менән килә. Екатерина II тәүге ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙе язаларға ҡуша. Шунлыҡтан урындағы халыҡ икенсе урынға төйәк эҙләп ҡасып китә. Берәүҙәре хәҙерге Хәмит менән Ҡолғана араһындағы Үҙән йылғаһы эргәһенә килеп ултыра. Был ауылды Үҙәнбаш тип атайҙар. Икенсе төрлө Йүкәле тип тә йөрөтәләр.
1760 йылдар тирәһендә беҙҙең яҡҡа күсеп килеүселәр ҙә була. Үҙҙәренең ауылын Ҡаҙмаш тип атайҙар. Бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки Исмаҡай ауылында Ҡаҙмаш йылғаһы аға. Шул исемде мәңгеләштереп, ауылға ла, йылғаһына ла ҡушҡандар. Уларҙың әйҙәп йөрөүсеһе Мырҙағол Йомағужа улы булған. Ул бик дәрәжәле кеше булып танылған. Олатайҙың биш улы тыуа: Ишкенә, Бәпәнә, Айытбай, Дәүләтҡол, Хәбибулла. Хәҙерге мәлдә лә уларҙың тоҡомдары һаҡланып ҡалған. Олатайҙар йәйгелеккә Урал яғына йәйләүгә киткән һәм тәүге ҡар яуғас ҡына әйләнеп ҡайтҡан.
1834 йылда ауылда тәүге халыҡ һаны иҫәбен алыу булған.
Мәғлүмәтте Ҡаҙмаш ауылының имам-хатибы Данил Шәкирйән улы Әһеловтан яҙып алдым. Уға 1897 йылғы атаһы Шәкирйән Әһелулла улы һөйләгән булған.
Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...