+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
11 Май 2018, 19:59
Аҡбай шишмәһе
Бер ғаилә аслыҡ ваҡытында өйҙәренән сығып китә. Әсәйҙәре һәм өс бәпесе үҙҙәре менән Аҡбай тигән эттәрен дә эйәртә. Бик алыҫ араны үтеп килгәс, хәлдәре бөтөп, урман уртаһында ял итергә туҡтайҙар. Был урындан башҡаса ҡуҙғалып китә алмайҙар. Аслыҡтан үлеп ҡалалар. Тора-бара улар вафат булған ерҙән шишмәләр урғып сыға. Иң тәрәне һәм иң шифалыһы Аҡбай ятҡан ерҙәгеһе була.

Был шишмәләрҙе ауыл халҡы бер исем менән генә Аҡбай шишмәһе тип йөрөтә башлай. Ул Ҡоҙаш ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан өс саҡрым алыҫлыҡта, шыршы урманы эсендә.
Әлеге көндә шишмәләр кәртәләп алынған, һыу алырға ҡулайлама эшләнгән. Кешеләр күпләп йөрөй торған урын. Шишмәләр аҡмай, һыуын алып ҡайтып, бер йыл ултыртһаң да боҙолмай. Сөнки был һыуҙа көмөш күп икән. Был тарих Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылында йәшәүсе өләсәйем Филүзә Сәғәҙәт ҡыҙы Бәшәрованан яҙып алынды.
Айнур МУЛЛАНУРОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Тәтешле районы, Үрге Тәтешле мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән