+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
1 Июнь 2018, 18:41

Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба

Өләсәйем бик күпте белә. Ул миңә тарих һөйләргә ярата. Шуларҙың береһен һеҙгә лә яҙам.

Өләсәйем бик күпте белә. Ул миңә тарих һөйләргә ярата. Шуларҙың береһен һеҙгә лә яҙам.
Элек халыҡ ҡышҡыһын малын һарайҙа тот­ҡан, йәй көнө Мәндем буйына ҡыу­ғандар. Бер бабай менән әбейҙең бер-бер артлы ике ир балаһы тыуа. Мырҙаҡай һәм Сәйетбаба тип исем ҡушалар. Үҫеп еттек, тигәндә генә егеттәрҙең атаһы үлеп киткән. Вафат булыр алдынан ул балаларына васыят әйтеп ҡалдырған: «Уландарым, ир ҡорона индегеҙ инде, бер-берегеҙгә ярҙамлашып йәшәгеҙ».
Егеттәр башлы-күҙле булып донъя ҡороп ебәргән. Береһе – Өйә йылғаһының уң яғына, икенсеһе һул яғына йорт һалған. Бер көндө баҫҡынсылар килеп, быларҙың малдарын ҡыуып алып китергә уйлаған. Мырҙаҡай менән Сәйетбаба белеп ҡалып, уларға ҡаршы сыҡҡан. Бик ныҡ алышҡандар. Мырҙаҡай яралана, Сәйетбабаға бер ни ҙә булмай. Туғандар баҫҡынсыларҙы ҡыуып етеп, ҡырып бөтөргән.
Батырҙарҙы халыҡ әллә нисә көн күтәреп йөрөтөп ҡунаҡ иткән. Йәйләүҙең һул яғын – Мыр­ҙаҡай, уң яғын Сәйетбаба тип йөрөтә башлағандар.

Илмира ҺӨЙӨНДӨКОВА.


Ғафури районы, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе.

Читайте нас: