1964 йылда Бишҡурай ауылында тыуған, хәҙерге көндә Өфөнөң Дим мәсете имам-хатибы Замир Венер улы шишмәне реставрациялауҙа иғәнәсе булды. «Шишмәләр – йәшәү сығанағы, шуға ла улар төҙөк булырға тейеш. Ҡоромаһындар, һаҡлайыҡ. Тыуған ерҙең шишмәләрен тергеҙеү – изге эш», – тине ул бер осрашыуҙа. Замир Венер улы Фәхрәй мәмерйәһен астырҙы, унда төшөргә баҫҡыстар яһатты, торба һуҙҙы, колонка ҡуйҙы. Хәҙер теләгән кеше мәмерйәгә төшә ала, шифалы һыуҙы өҫтән ҡоҙоҡтан да алырға мөмкин.
Беҙ, балалар, үҙебеҙ ҙә тәбиғәтте һаҡлау өсөн күп эштәр башҡарабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында ла үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләнек: сентябрҙә үк һәр синыфҡа шишмәләр тәғәйенләнек, уларҙы таҙарттыҡ, төҙөкләндереүҙә ҡатнаштыҡ, ауылыбыҙҙың өлкәндәренән, аҡһаҡалдарынан риүәйәттәрен яҙып алдыҡ. «Бишҡурай ауылының ер-һыу атамалары» темаһына эҙләнеү эше яҙып, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштыҡ. «Шишмә – йәшәү сығанағы» проектын тормошҡа ашырыу бик мауыҡтырғыс булды. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе фаразлағандан күпкә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Шишмәләр таҙартылды, ҡайһы берҙәре ҡойма менән уратылды, беседкалар яһалды, буялды – бөтөнләй яңы төҫ алды. Беҙ шулай уҡ «Таҙа һыу» акцияһында ҡатнаштыҡ, экологик өмәләргә дәррәү сыҡтыҡ, бергәләп халыҡтан шишмәләрҙең риүәйәттәрен һәм ауыҙ-тел ижадын йыйҙыҡ.